Бөтә яңылыҡтар
10

"Хәүефле урындарҙы эшкәртергә кәрәк"

Геморрагик биҙгәктең бөйөр синдромын Башҡортостанда йәшәүселәр күпләп йоҡтора. Был сирҙе сысҡандар тарата.  

"Хәүефле урындарҙы эшкәртергә кәрәк"
"Хәүефле урындарҙы эшкәртергә кәрәк"

 

 Инфекциянан вакцина булмағанлыҡтан, төп иҫкәртеү сараһы булып кимереүселәр һанын көйләү тора.

– 2022 йылда беҙ сирҙең юғары кимәлгә күтәрелеүен күҙәтәбеҙ. 3 меңгә яҡын кеше сирләгән. Әммә урман массивтарын һәм тораҡ пункттарын махсус эшкәртеү күләмен 2 тапҡырға (40 мең гектарҙан 90 мең гектарға тиклем) арттырыу буйынса ваҡытында күрелгән саралар арҡаһында 2023 һәм 2024 йылдарҙа ауырыуҙың тотороҡло кәмеүенә өлгәшелгән, – тип белдерҙе БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Козак. Бер сир осрағынан иҡтисади зыян 140 мең һумдан саҡ ҡына күберәк тәшкил итә. Шулай итеп, сирҙең 2000 кешегә тиклем күтәрелеүе осоронда төбәк 250 миллион һумдан ашыу юғалта. 2024 йылда республикала  344 кеше сысҡан биҙгәге менән ауырыған. Был 5 йыл эсендә уртаса күп йыллыҡ ауырыу күрһәткестәренән 3 тапҡырға түбәнерәк. Ауырыусылар уны көнкүреш шарттарында һәм коллектив баҡсаларҙа (57,8%) йоҡторған.

 –Аномаль йылы ҡыш һәм яҙ башы менән бәйле беҙ башҡа инфекциялар буйынса ла хәүеф күрәбеҙ. Республика талпан боррелиозы хәүефе юғары булған төбәк булып тора. Тикшерелгән талпандарҙың 20 проценты боррелия менән зарарланған. Йыл һайын мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр өсөнсөһө талпан ҡаҙалыуға бәйле 10 меңгә яҡын мөрәжәғәтте теркәйбеҙ. Акарицид һәм ларвицид эшкәртеүҙәр үткәреү талпан һәм серәкәй тешләүҙәре аша йоғошло инфекцияларҙы иҫкәртеүҙең төп сараһы булып тора. Йыл һайын талпандарҙан 4 мең гектар самаһы эшкәртелә, шул иҫәптән балаларҙы ял итеү һәм һауыҡтырыу ойошмалары биләмәләрендә эшкәртеү 100 процентҡа үткәрелә.Юғары хәүефле 4 территорияла рекреация зоналарын эшкәртеү үткәрелмәй (Ҡыйғы, Учалы, Бөрйән, Ҡариҙел), – тине А. Козак.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: