Бөтә яңылыҡтар
10

Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!

Әбйәлил районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға бихисап ярҙам күрһәтә, изге эштәрен һанап та бөтөрлөк түгел. Райондың "Талисман" ирекмәндәр командаһы ағзаларының - 9 ир-егет менән 3 ҡатын-ҡыҙҙың, тыуған яҡтарынан алыҫта булған яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙамды үҙ ҡулдары менән алып барып тапшырыуы беҙҙе айырыуса хайран итте. Ошо турала гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы - Әбйәлил районы Байым ауылынан әүҙем йәмәғәтсе, һуғыш барған тарафҡа барып ҡайтыусыларҙың береһе Рәүиә Ғәлекәйева яҙа.  

Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!

- 2 йөк, 2 еңел машинаға тейәлгән әйберҙәрҙе меңәрләгән саҡрым юлдар уҙып, урын-еренә алып барып еткерергә насип булды. УАЗ-буханка, Урал мотоциклы, 2 тағылмалы мунса, УАЗ машинаһына тәгәрмәстәр, генератор, "огнетушителдәр", төрлө инструменттар, асҡыстар комплекты, антидрон одеялдар, медикаменттар, маскировка сеткалары, блиндаж майшәмдәре, одеял, яҫтыҡтар, таҫтамалдар, эске кейемдәр, газ баллондары, миндек, ойоҡбаштар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, тәмәке һәм башҡа бик күп әйберҙәргә ҡушып, уҡыусы балаларҙың өсмөйөшлө хаттары, тәмле күстәнәстәр һәм, иң мөһиме, - күңел йылыһы, яҡындарынан ҡайнар сәләмдәр, йыр-моң районыбыҙҙан 27 егеткә шәхсән посылка булып ЛНР, ДНР, Запорожье өлкәләренә таратылды.
Тәьҫораттар йөрәкте елкендерерлек!
Гуманитар ярҙамды ойошторған, туплауҙа ярҙам күрһәткән һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм!
Изге Рамаҙан айында ҡылған изге ғәмәлдәр Аллаһтың ризалығы булып әйләнеп ҡайтһын!
Барығыҙға ла тыныс күк йөҙө теләйем!

Рәүиә Ғәлекәйева.

Фото: https://vk.com/r.galikaeva

Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Шәхсән тапшырғандар тыуған ер сәләмдәрен!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: