Былтыр миңә 50 йәш тулды, Өфөгә – 450, һәм мин үҙемә һәм ҡалаға бүләк эшләргә – гимн яҙырға булдым. Шулай итеп «Уфа моя» йыры сыҡты, ул «Вся Уфа» телекомпанияһы ойошторған конкурста еңде, өфөләрҙең һөйөүен яуланы һәм бер нисә фильмға саундтрек булды. Был йыр ижад ителгәндә, Өфө гимнының ҡурай тауышынан башҡа булыуы мөмкин түгеллеген аңланым. Ринатҡа мөрәжәғәт иттем. Ул был композицияға бик күп яңылыҡ индерҙе, ҡыҙыҡлы идея менән бүлеште. Беҙ унда Өфө тураһында башҡорт телендәге иҫке гимндың бер өлөшөн берләштерҙек. Ошо мәлдән «AY YOLA»-ға нигеҙ һалынды. Беҙ бер-береһенә бөтөнләй тап килмәгән әйберҙәрҙе берләштерҙек: заманса яңғыраш, этник музыка һәм «Урал батыр» эпосы. «Урал батыр» альбомын 10 ай буйы яҙҙырҙыҡ, ялһыҙ эшләнек.
– Альбомдың иң популяр йыры «Һомай».
- Был «Урал батыр» альбомынан икенсе йыр. Һәр өс аҙна һайын беҙҙә яңы релиз сыға. Киләһе йыр – «Үгеҙ». Ул Урал батырҙың үгеҙ менән алышына арналған, апрелдә донъя күрәсәк. Көҙ аҙағына тиклем тиерлек һеҙҙе эпостың теге йәки был бүлегенә арналған йырҙар менән таныштырасаҡбыҙ. Уларҙың нигеҙендә эпостан оригиналь текстар, мәғәнәһе буйынса тайпылыш юҡ. Ә иң мөһиме - уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле яңғырай. «Һомай»ҙан һуң бөтәһе лә наҙлы ғына йыр көтә. "Һомай" наҙлы яңғырай, сөнки ҡыҙ ата-әсәһе тураһында һөйләй: Самрау атаһы һәм Ҡояш әсәһе хаҡында.
– «Һомай» йыры Рәсәйҙә ТОП-10 тректар исемлегендә, Ҡаҙағстанда беренсе позицияла, Үзбәкстанда, Әзербайжанда бишәүҙәр иҫәбендә. Уны Төркиәлә һәм хатта Европала тыңлайҙар. Һеҙ шундай дан көтән инегеҙме?
- Ысынлап та, төрки телле төбәктәр һәм илдәр беҙҙе ныҡ күтәреп алды. Ҡаҙағстандан беҙгә төрлө кешеләр бәйләнешкә сыға – шоу-бизнес кешеләренән алып дәүләт етәкселәренә тиклем беҙҙе күрергә теләйҙәр.
Йырбераҙна эсендә шау-шыу тыуҙырҙы, кешеләр бындай костюмдарҙы ҡайҙа тегеүҙәре менән дә ҡыҙыҡһына. Хатта ҡыҙҙар сәстәрен дә Аделдекенә оҡшатып эшләй башланы.
Мин альбом ҡыҙыҡлы булыр тип көттөм – беҙ уға бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ, тырыштыҡ. Ринат ҡурайҙа шәп уйнай, уның иҫ киткес йырлаған ерҙәре лә бар. Әйткәндәй, ул эпосты ла яҡшы белә. Беҙ аудиобразды булдырыу ғына түгел, ә һәр йырҙың үҙ көсө, йәне булыуын да теләнек.
Рейтингты күҙәтәбеҙ, ул үҫкәндән-үҫә, хатта әле һаман нимә булғанын аңлап бөтә алмайбыҙ.Һәр яртысәғәт һайын беҙгә күрше төбәктәрҙән, Мәскәүҙән шылтыратып, интервьюға саҡыралар.
Әле НТВ-нан килделәр. Беҙҙең сығышыбыҙҙы «Боҙ һарайы» аренаһында 1/8 плей-офф матчы алдынан бөгөн күрһәтәсәктәр.
Беҙҙе күҙәтеп барғанығыҙ, эшебеҙҙе ҙур аншлаг менән баһалағанығыҙға ҙур рәхмәт.
– Уҡыусыларыбыҙға Адель тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.
– Адель минең берҙән-бер ҡыҙым, мин Уны Аделюшечка тип йөрөтәм. Бала саҡтан музыка менән шөғөлләнә. Ошондай бер хәл булды. Адель музыка мәктәбенә уҡырға инде һәм өс айҙан һуң үҙенең беренсе наградаһын – өсөнсө дәрәжә дипломын алды. Ул гитара класында уҡыны, өйгә ҡайтып, конкурста ҡатнашасағын әйтте. Унан өс ай эсендә нисек гитарала уйнарға өйрәнеп өлгөрөүен һораным, быға яуап итеп йыр буйынса ҡатнашасағын белдерҙе. Адель 13 йәшендә Халыҡ-ара фестивалдә Гран-при яуланы, уның беренсе йыры 10 йәшендә сыҡты. Белеме буйынса журналист, диплом алғандан һуң Мәскәүҙә бер йыл эшләне, баш ҡала башҡарыусылары өсөн бер нисә йыр тексы яҙҙы. «AY YOLA» проекты барлыҡҡа килгәс башкөлләй эшкә сумды. Хәҙер ҡыҙымды Аделебеҙ – Һомайыбыҙ, тип атайбыҙ.
Фото: Руслана Себерҙең социаль селтәренән алынды
Сығанаҡ: Молодежная газета