Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы Айзилә социаль селтәрҙәге сәхифәһенә үҙенең ярым шәрә фотоларын ҡуйып, күбеһен хайран ҡалдырған.
Фотоларының аҫтына: “Стористарҙа был фотолар барығыҙға ла бик оҡшағайны. Һеҙҙе уларға лайк ҡуйыу мөмкинлегенән мәхрүм итә алмайым”, – тип тә яҙған.
Айгизәнең образын “ут” ,“Ужасно матур булған был!”, “Просто вау”, “Һин – ныҡ матур һәм талантлы”, “Йондоҙ”, “Бындай сибәр булыу – енәйәт”, – тигән яҙыуҙар ҙа бар.
Әммә ярым шәрә фотоларҙы тәнҡитләүселәр ҙә күп. Күптәр, Айгизә атаһы Айҙар Ғәлимовтың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерә, тип борсола һәм ҡыҙына ҡушып Айҙар Ғәлимовты ла әрләй. “Атаһы ла күрә бит инде”, “Лайыҡлы йырсының ҡыҙы уйламайынса эш итә бында”, “Шундай аҡыллы кешенең ҡыҙы инде был...”, тип әрләшәләр.