Бөтә яңылыҡтар
10

Кешегә һөжүм иткән айыуҙың балаһы ни хәлдә?

Айыу балаһы хаҡындағы видео таралғас та, төрлөһө-төрлө фекерҙәр белдерҙе. Улар араһында ыңғайҙары ла, киреләре лә ишетелде. Хәлде яҡшы белгән Юлиә исемле уҡыусыбыҙ аңлатма бирҙе.

– Был Баймаҡ районында булған хәл. Айыуҙың кешене талағанын үҙегеҙ яҙғайнығыҙ бит. Ул олатай больницаға мөрәжәғәт иткәндән һуң, БР экология министрлығы белгестәре урманға барып урынын ҡаранылар һәм айыуҙың балаһы булғанын белделәр.

4 көн үткәс тағын барып ҡаранылар. Айыу балаһын ҡалдырып киткән булып сыҡты.

Бәлки беләһегеҙҙер, айыу балаһын ҡалдырып китһә кире ҡайтмай. Астан үлмәһен өсөн уны алып ҡайттылар, ашаттылар, – ти ул.

Шуға күрә, хөрмәтле уҡыусылар, изге юлда йөрөгән белгестәрҙе әрләмәгеҙ. Ә айыу балаһының яҙмышына киләсәктә әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: