Бөтә яңылыҡтар
10

Талпандан нисек һаҡланырға?

Көндәр йылынып, ер-һыу кибә башлау менән урманға, тәбиғәткә ашығабыҙ. Әммә унда беҙҙе ҙур хәүеф – кескәй талпандар һағалап тора. Уларҙан һаҡланыу сараһын күререгә онотмағыҙ!

Талпандан нисек һаҡланырға?
Талпандан нисек һаҡланырға?

 

   Урманда булғанда    паразиттар күпләп йыйылған   дымлы, ҡараңғы һәм ҡуйы үләнле урындарҙан ситтәрәк йөрөгөҙ, йәш ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтарына, уҫаҡлыҡҡа  яҡын барырға   ярамай.  Ғәҙәттә,   талпан  ҡорбанын урман ситендәге ҙур булмаған ҡыуаҡлыҡта йәиһә бейек үләндә     һағалай.  Бик һирәк кенә ағастан   төшә.

  Иң яҡшыһы – урманда йөрөү өсөн ҡоро, асыҡ аҡландарҙы, яҡты ағаслыҡтарҙы һайлау.  Ел, ҡояш булған урында талпандар ҙа әҙерәк. Был ҡанэскестәрҙең иртәле-кисле әүҙемләшеүен онотмағыҙ, эҫелә һәм көслө ямғыр ваҡытында уларҙың  кешегә ташланыу ҡурҡынысы кәмей.

Һаҡланыу сараларына кейемде дөрөҫ һайлау ҙа инә.  Мәҫәлән, асыҡ төҫтәге кейемдә ул артыҡ йәшенә алмаясаҡ. Өҫкө кейемдең шыма туҡыманан булыуы яҡшыраҡ, бөжәккә унда йәбешеп ҡалыуы ҡыйынға тура киләсәк.   Тәбиғәткә сыҡҡанда тәнде тотош ҡаплап торған кейем кейергә ҡушыла.  Башта мотлаҡ баш кейеме булырға тейеш.  Талпандарҙың үләндән дә эләгеүен иҫәпкә алып, аяҡтарығыҙға салбарҙарҙы эскә ҡыҫтырып,  резина итек кейегеҙ.

 Һәр   сәғәт һайын тәнде тикшереп торорға, йә булмаһа урмандан ҡайтҡас, өҫ-башты яҡшылап ҡарап сығырға кәңәш ителә.     Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан  тиҙ генә ҡаҙалмай, тәүҙә ул кейемгә йәбешә һәм, ҡаҙалыу өсөн уңайлы урын эҙләп, өҫкә үрмәләй. Бына ни өсөн өйгә ҡайтҡас, өҫ-башты ҡаҡҡылап алырға кәрәк. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда   һаҡлаусы кремдар,  спрейҙарҙы ҡулланыу мөһим.  Йәки булмаһа бындай һаҡланыу сараһын үҙаллы ла әҙерләргә була. 50 мл һыуға (одеколон да ярай) 10 тамсы сәй ағасының эфир майын ҡушып,  шешәгә ҡойорға һәм яҡшы  итеп болғатырға. Ҡайҙалыр барырға йыйынһағыҙ, ошо ҡатнашманы  битегеҙгә,  ҡулдарығыҙға, елкәгеҙгә, аяҡтарығыҙға һөртөгөҙ.

  Талпандың яратҡан урындары – ҡолаҡ арты, елкә, терһәктең эске яғы, ҡултыҡ аҫты, ҡорһаҡ, тубыҡтың эске яғы. Ҡаҙала ҡалһа,  уны шунда уҡ сығарыу сараһын күрегеҙ.  Әлбиттә, бик һаҡ эш итеү талап ителә – башы йә кәүҙәһе өҙөлөп ҡалмаһын. Алғас, урынына йод, одеколон, спирт һөртөргә онотмағыҙ.  Ҡулығыҙҙы ла яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ. Тартып алынған тбөжәкте бармаҡ менән биҙеп үлтерә күрмәгеҙ, вирустар яраға эләгеп,  ауырыу эләктереүегеҙ ихтимал.   

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: