Был турала Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев хәбәр итә.
Командир яҙыуынса, былтыр декабрҙә “Роба” позывнойлы яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән штурм подразделениеһы ДНР-ҙа Красноармейск йүнәлешендәге Пушкино тораҡ пункты янында ВСУ позицияларын контролдә тотоу бурысын ала.
Ҡараңғы төшкәс, хәлде баһалап, “Роба” йәшерен рәүештә флангтан дошман нығынып ҡалған терәк пунктты урап үтә һәм, көтөлмәгән хәлдән файҙаланып, уларҙың позицияларына бәреп инә. Беҙҙең яугир боевиктарға бирелергә тәҡдим итә, әммә тегеләр бирелмәй. Атыш башлана. Бәрелеш һөҙөмтәһендә штурмлау төркөмө төп көстәр килгәнгә тиклем контратакаларҙы тотҡарлай. Позицияны алыу өсөн тап ошо кәрәгә лә.
Район башлығы батыр ул үҫтергәндәре өсөн Мәскүрә һәм Рәйес Йыһангировтарға рәхмәтен белдерә.
Рядовой “Роба” МХО-ла 2022 йылдың сентябренән мотоуҡсылар ротаһы составында хеҙмәт итә.
Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.
Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.
Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).
Фото: telegram-канал гл. адм. Балтачевского района Илгиза Субушева.