БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, инвестиция сәйәсәте һәм милек мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе Рузалия Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина республика иҡтисады үҫешендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.
«Дәүләттең тотороҡлоғо финанс системаһындағы ыңғай үҙгәрештәргә һәм ундағы тотороҡлолоҡҡа бәйле. Уҙған йылда республикала социаль-иҡтисади үҫеш юғары булған. Төҙөлөш, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә, инвестициялар йәлеп итеү буйынса башҡа субъекттар менән сағыштырғанда юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәнбеҙ. Ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса илдә алдынғы урындарҙа барабыҙ. Төҙөлөш темптары ла һүлпәнәймәгән – республикала төҙөлөргә тейешле барлыҡ объекттарҙы ла ваҡытында сафҡа индерә алғанбыҙ. Иң мөһиме – республика ҡаҙнаһы тотороҡло тулылана. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү ҙә әүҙем эшләү ҙә быға булышлыҡ итә. Республика ҡаҙнаһы халыҡтың бөтә социаль ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Иҡтисадыбыҙҙағы юғары үҫеш күрһәткестәре төбәктә йәшәү шарттарын уңайлы итергә мөмкинлек бирә».