Бөтә яңылыҡтар
10

Балта оҫтаһының ғаиләһе илле миллион һум аҡса отҡан!

Өфөнән ябай ғына бер ғаиләгә бәхет йылмайған!

Балта оҫтаһының ғаиләһе илле миллион һум аҡса отҡан!
Балта оҫтаһының ғаиләһе илле миллион һум аҡса отҡан!

Дәүләт лотереяһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ир быйыл февралдә 1-се Май урамындағы ҡатыны менән бергә отошло лотерея билетын һатып алған. Улар тиҙ отошло лотереяны һайлай. Өйгә ҡайтҡас, ҡатын лотерея билетындағы скретч-слойҙы юя һәм үҙ күҙҙәренә ышанмай - еңеү 50 миллион һумды тәшкил итә!

Һуңыраҡ ир Мәскәүгә еңеүҙе рәсмиләштерергә бара.

Ир менән ҡатын лотерея һатып алырға ярата икән. Һәм йыш ҡына отоп та ҡуя. Мәҫәлән, былтыр улар тәүҙә 15 мең, аҙаҡ 30 мең һум отҡан, ә йыл аҙағында отош суммаһы 100 мең һум булған.

Ир әйтеүенсә, билеттарҙы һәр ваҡыт ҡатыны һайлай, ә ул аҡсаһын түләй. Һәр ваҡыт улар унышар билет һатып ала.

Кредиттарҙы ҡаплау өсөн 5 миллион һум аҡса оторға хыялланғандар, әммә 10 тапҡырға күберәк аҡса аласаҡтарын күҙ алдына ла килтерә алмаған.

Отош аҡсаһына улар торлаҡ шарттарын яҡшыртып, өс бүлмәле фатир һатып алырға, автомобиль өсөн кредитты ҡапларға йыйына, ә ҡалған аҡсаны хәйриәгә йүнәлтергә ниәтләй. Изге уйлы кешеләр аҡсаның бәрәкәтен күрһен!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: