Ҡариҙел районы Әртәкүл ауылында ике фатирлы йорттоң ҡыйығы янғанын күрше йортта йәшәүсе Вячеслав Молчанов күреп ҡалған да, шунда уҡ ярҙамға ашыҡҡан - унда йәшәгән 69 йәшлек ҡатындың йөрөй алмағанын белгәнгә күрә ике уйлап тормаған.
Кувалда менән ишекте емереп инеп, ул ҡуйы төтөн эсендә күршеһен эҙләп тапҡан һәм күтәреп алып сыҡҡан.
Ҡатын әлеге ваҡытта дауаханала.
Янғын сәбәптәре асыҡлана, урында белгестәр эшләй.
Афарин, Вячеслав!
Фото: МЧС РБ.