Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
27 Март , 14:31

Атай йорто

(хикәйә)

Миҙхәт бабай бөгөн ҡара таңдан үҙенә урын таба алмай аңҡы-тиңке килде. Ҡыҫҡа томра йәй төнөн йоҡламай тулғанды, онотолоп ойоған ваҡытта ла һаташып бер булғайны. Ул, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ихата буйлап бәпкә үләне өҫтөнән нужа күргән гәлүштәрен шылдырып арҡыры-буйын үлсәп йөрөнө лә йөрөнө, ойоҡбаштарының ысыҡҡа еүешлән­гәнен дә һиҙмәне. Ҡояш тау түбә­һендәге ағас остарын ҡыҙартыуға, ниһайәт, уфылдап ашнаҡ тупһаһына сүгәләне. Иртәнге сәйҙе лә теләр-теләмәҫ, ғүмер баҡый ғәҙәтенә ингән бер ҡылыҡ һымаҡ механик рәүештә башҡарҙы, үҙе яратканса мәтрүшкәле хуш еҫле сәй, сөсө икмәк, йомарлам май өҫтәл түрен биләһә лә, табын ниғмәттәренә үпкәләмәҫһегеҙ инде  тигәндәй, көскә тешһеҙ ауыҙында мөнйөнө. Тәм тоймаған ҡарт һыуынып өлгөргән сәйен шөрпөлдәтеп бер йотто ла, кәсәһен саңҡылдатып түңкәрҙе, һарғайған ирендәрен ҡыбырлатып уҡынғандай итте, итһеҙ устары менән битен һыпырып ҡуйҙы. Эсе боша шул Миҙхәт бабайҙың, йөрәге һыҙлай, әллә йәш саҡтарын иҫләтеп һағыш та тула инде күңеленә, бына ауыҙға ауыҙ терәшеп, хистәрен бушатып гәпләшер кешеһе лә юҡ. Стенала эленеп торған мәрхүмә әбейенең фотоһына текләп ултырҙы ул бер аҙ, ҡәҙерлеһенең йөҙөндәге һәр сирышты ентекләп, яратып тикшерҙе, фотола сағылған нурлы ҡарашына һоҡланды, шул матур һыҙаттарҙы ҡайтарып булмаясағын иҫләгәс, тәрән көрһөнөп ҡуйҙы.
– Э-э-эх, әбекәй, юҡһың шул яным­да... Мине ҡалдырҙың да киттең... Һиңә рәхәт, ә миңә мында бер үҙемә икебеҙ донъяға тыуҙырған мәшәҡәттәр һаҙлығына батырға ҡалды. Бәхетлеһең һин, балаларыбыҙҙың нисек үҙгәр­гәнен күрмәйһең... Хәтәбе тағы бер биш йыл ғына йәшәргә ине минең менән... Элек үҙебеҙ ғәжәпләнеп кү­ҙәткән тәүфиҡһыҙ ғаиләләр ише беҙ­ҙекеләр ҙә холоҡһоҙға әйләнеп баралармы? Прәме хайран ҡалам...             Уф-ф-ф...
 Ул ҡасандыр үткән быуатта балтанан тупаҫ юнылған, үҙе кеүек үк ҡарт ултырғысын шығырлатып күтәрелде, фото яғына тоноҡ ҡарашын һирпте лә, итһеҙ ҡулдарын шкаф тартмаһына һуҙҙы. Таушалып бөткән альбомды еткән тырнаҡлы бармаҡтары менән анһат эләктереп кире ултырғысына сүгәләне ҡарт, йоҡа тубыҡтарына һалып тәүге битен асҡас, ҡәҙерләп һыпырып ҡуйҙы. Һиҙелерлек һар­ғайған ҡаралы-аҡлы фотонан шир­лектә ике-өс йәшлек балаһын ҡосоп ултырған йәш сибәр ҡатын йылмайып ҡарай, артта баҫҡан мыҡты кәүҙәле ир, үҙенең донъя тотҡаһы икәнлегенә ғорурланғандай, башын өҫкә сөйөп баҡҡан. Был – уларҙың беренсе балалары тыуғандан һуң көн иткән бәхетле мәлдәре, ҡатыны икенсегә ауырлы ине, ҡыҙҙары тағы өс айҙан бесәнлектә тәүге сағыу ауазын һаласаҡ. Икенсе биттәге фотола Зәлифәһе инде өс бәләкәсе менән өй тупһаһында мәң­геләштерелгән, фотограф та ҡапылғара пәйҙә булып, аппаратын ашығыс эшкә ҡушҡандыр, моғайын, һөйөклөһөнөң ашыҡ-бошоҡ бәйләгән яулығы аҫты­нан сәстәре туҙрап, моңһоу күҙҙәренә һалынған. Онотҡан ул саҡтарҙы Миҙ­хәт бабай, бөтмәҫ колхоз эшенән йонсоғанмылыр бисәкәйе, әллә ихата тулы ҡош-ҡортто ашатып арығанмы, бәлки балалары йөҙәтеп бөткәндер, мәгәр ҡиәфәтендә лә донъя баҫҡаны сағылған. Йәшлек бит, мөхәббәттән һуҡыр ине йәш ир, ҡатынын үлеп ярата ине, дәртләнеп йүгерә-атлай йөрөгән сағында һиҙмәгәндер ҙә. Э-э-эй, ең һыҙғанып мал ишәйтәм, яңы өй һалам, тип кисен карауатҡа саҡ етеп йығылалар ине бит, шуға ҡарамаҫтан мөхәббәт ялҡыны һүрелмәне уларҙың, яратышып йоҡоға талалар, ҡосаҡ­лашып таң аттыралар ине.
Күмәкләп, биш балалары менән төшкән фотоның һынған мөйөшөн рәтләп һуҡранды:
– Кәртишкәләр ҙә иҫкерҙе, хәтә миңә инде һикһән биш, былар ҙа минән ҡалышмай...
Шунда ул башын күтәреп, йәнә әбейенә ҡараны.
– Бөгөн миңә һикһән биш, әбекәй... Үәт... Ә тегеләрҙән ни ыш, ни быш юҡ – оноттолар аталарын...
 Миҙхәт бабай, Зәлифәһенән яуап көткәндәй, бер мәлгә тынып ҡалды. Ашнаҡ тәҙрәһенә эйелеп үҫкән алмағас ботағына ҡунған ҡоштоң өҙөлөп һайрауы иғтибарын алды. Бүтән ваҡытта ул, һоҡланып: “Һай, килеш­терә был!” – тиер ине, әле ауыр ҡа­рашын иҙәнгә йүнәлтеп ир­тәнсәктән йөҙәткән һорауын тағы ҡабатланы:
– Ҡайтмаҫтар микән ни..?
 Аталарының һикһән йәшлек юбилейына гөрләшеп килеп төштө балалары. Һәммәһе ялтырап торған затлы сит ил машинаһында, ҡатындары ҡурсаҡтай биҙәнгән, ҡиммәтле костюмдарҙа, ирҙәр ҙә уларҙан ҡалышмай энәнән-ептән кейенгән, әйтерһең, бер-бе­реһенә байлыҡтарын күрһәтеп маҡ­танырға килгәндәр. Барыһы ла түгел, төпсөгө Рәсим Чукотканан үткән йыл ғына әсәһен ерләшергә ҡайтып әйләнгәйне, ундағы тәртип буйынса теләгән һайын самолетҡа ултырып булмай, баҡһаң. Бүтән транспортта ул ер сигенән ысҡынып булмай, тиҙәр, һыу юлы бар ҙа, ҡайтам тип диңгеҙ буйлап, айлап пароходта сәйәхәт ҡылып йөрөй алмай бит инде. Отпуск алып, айырым ҡайтып ҡотлайым, тигән. Ҡапҡа төбөндә байтаҡ тапанды балалары, күҙ яуын алырлыҡ машиналарын теҙеп ҡуйып күрше-күлән яғына күҙ аттылар, ҡысҡырышып лыбырлаштылар, хатта урам яңғыратып музыка аҡыртып алдылар, йәнәһе, күрегеҙ Миҙхәт ырыуын, ҡайһылай байы­ғандар. Ҡарт түҙмәй тәҙрәнән тәҙрәгә ҡап­ланып тыштағыларҙы күҙәтте, хәҙер күрешеп ҡосаҡлаясаҡтарын уй­лап кинәнде. Тик тегеләр ашыҡманы. “Мөлкәтенә маһайған кешене, ҡуй инде аны, аҡылдан мөһим нимә бар?” – тигән уй эсен тырнаны, әммә үҙ балалары бит, шунда уҡ уларҙы аҡлай һалды: “Маладислар инде, тир түгеп тапҡаннар ҙа”.  Сыҙап тора аламы инде ҡарт, йөрәге ашҡынды, минут сәғәттәй тойолғас, өтәләнеп тышҡа атылды, ҡапҡаны шар асып ҡәҙерлеләрен өйгә саҡырҙы. Һәр береһе ҡосағына алды аталарын, ҡаҡса кәүҙәне сиратлап ойпаланылар, эй, ата йөрәгенең шат­лыҡтан күкрәктән сығырҙай булып типкәне! Багаждарын тултырып кил­гәндәр, рәхмәт яуғырҙары, күстә­нәстәрен өйгә ташып бөтөрә алмай ҡапҡаны бер астылар, бер яптылар. Төрлө һый-ниғмәттән өҫтәл аяҡтары ҡалтырап торҙо, зәм-зәм һыуының ниндәйе генә юҡ, тотош ауылды туйҙырырлыҡ аҙыҡтың бер өлөшө һыуытҡысҡа тултырылды, үҙҙәре туплаған ризыҡтан байрам барышында һыйлана алғансы һыйланды ҡунаҡтар. Ауылдан сыбыҡ осо ту­ғандарына, күрше-күләнгә өндәшмә­гәйнеләр, һиҙгерлеге бар алай ҙа, һай, Миҙхәт ҡарттың һуңынан ҡыуанғаны. Бик йәнле башланған мәжлес киҫкен боролош алыр, тип ул башына ла килтермәгәйне. Бер-бер артлы матур тостар яуҙы аталары адресына, кемеһе яҙып әҙерләгән, яттан оҙон шиғырҙар һөйләнеләр, бүләккә ябай кейем-таҫтамал аталарының яурынына тауҙай өйөлдө. Күңелен ҡытыҡламаны ул бүләктәр, өй хужаһы балаларына ҡарап улар өсөн шатланды, бер-береһен уҙҙырырға тырышып ҡотлау һүҙҙәрен еткереүҙәренә һоҡланып ултырҙы, эх, ошонда әбейе лә булып, ул ишетһә икән һәр балаһының ауы­ҙынан сыҡҡан маҡтау телмәрен! Табын ҡыҙҙы. Боронғо йырҙарҙы һуҙып моңайып та алдылар, хәҙерге дәртле көйҙәргә ҡушылып бер туғандар өҫтәл шаулатты. Табын йәме татыулыҡта, көлөшә-көлөшә бала саҡ шуҡлыҡ­та­рын иҫкә алдылар, күбе­һенсә өлкә­нерәктәре кескәй­ҙәренең кәмиттәрен һөйләп ихлас хахылдаштылар. Үҙен күктең етенсе ҡатын­дағылай хис итеп креслоһында йәйелеп китеп ултырҙы Миҙхәт бабай, тешһеҙ ауыҙынан йылмайыу китмәне. Ҡәҙимге ҡыҙмаса­ланған ҡыҙҙарының ҡайһыһы башлағандыр ыҙғыш ба­ҙарын, ҡарт иҫләмәй, әммә ул һүҙ көрәшенең ни тиклем етди икәнен аңлағансы һуң ине. Әле генә аталарын юбилей менән ҡотлап, ҡосаҡлашып ултырған ту­ғандар дүрт лагерға бүленеп, өҫтәл аша бер-береһенә ғәйеп һүҙҙәрен услап ташлашырға тотон­долар.
– Берегеҙҙең дә был өйгә дәғүә итергә хаҡы юҡ, төҙөгәндә мин ҡат­наштым, һеҙ әле маңҡа ғына инегеҙ, шулай бит, атай! – тип яр һалды иң өлкән апалары Тәғзимә. Әлегә суйындай ҡорһағын кәпәйтеп, танау сөйөп ултырған еҙнәләре бисәһенең күрә­ләтә алдауынан бөршәйеп, хәләл ефетенең дәү кәүҙәһе артына боҫто.
– Һа! Бушты ғына һөйләмә, апай, өйҙө һалғанда һин үҙең дә горшокта ултырғанһың! – Һылыуы Нәсимә төкөрөк сәсте.
– Туҡтағыҙ әле, апайҙар! – Ҡус­ты­лары Кәрим сосморап тороп баҫты. – Әбизәтелне тауыш күтәрергәме? Һатабыҙ ҙа, ғәҙел итеп бүлешәбеҙ, шулаймы, һылыу?
– Һәр берегеҙҙең дүртәр комнаталы квартирығыҙ бар, атай йорто һеҙгә ишеү, – тип ирен бүлтәйтте кеселәре һәм иренә бойорҙо. – Ғәҙел, әйт шу­ларға, беҙгә лә квартир ҙурайтыу кәрәк! Так что, өй аҡсаһы беҙҙең дә кеҫәне тишмәй!
Миҙхәт ҡарт телһеҙ ҡалды. Әреп­­л­әш­кән балаларына алмаш-тилмәш аптыраулы ҡарашын атып, ул башында ҡайнаған һорауҙарға яуап таба алмай аҙапланды. “Ул ниткән һатыу? Мин ҡайҙа йәшәргә тейеш икән?”

(Дауамы бар).
Тыуған көн онотолғандай булды. Ҡарт, йәш саҡта үҙ ҡулдары менән йышып матурлаған, семәрләгән бүлмә эсен байҡап, ғәжәпләнеп ултырҙы. Зауыҡ менән биҙәлмәһә лә, уның үҙ өйө, өйләнгәндән алып кәләше менән хәләл көс түгеп өйгән өй. Әллә йөрәге сәнсә инде, талаштан ҡыҙарып-бүртенгән балаларының артабан һүҙ көрәштереүҙәрен ишетмәне, ҡолаҡ­тары шаулап, башы зыңлап ауыртырға кереште. Тәғзимәһенең ярһып ҡул һелтәүенән өҫтәл уртаһындағы сәс­кәләр ҡаҙалған ваза төшөп ватылғас, Миҙхәт ҡарт яйлап урынынан кү­тәрелде, стена буйындағы диван-ултырғыстарға тотоноп, ишеккә табан тәнтрәкләне. Уның сығыуын һиҙмә­неләр ҙә һымаҡ, селпәрәмә килгән ваза ла аяҡ аҫтына сылтырап ята бирҙе, йорт бүлешеү байрамдағыларҙың бар иғтибарын яулап алғайны. Хужа, тышҡа сыҡҡас өй нигеҙенә сүгәләп, тынысланырға тырышты, был хәлдең үҙе менән барғанына ышанмаҫҡа теләгәндәй киске тауыштарға ҡолаҡ һалып онотолорға теләне. Үрге оста лаулап эттәр өрҙө, аръяҡта, клуб яғында, йәштәрҙең ҡысҡырышып көлөшкәне ап-асыҡ ишетелде, һарай артында ҡоштар сутылдашты, юҡ, был – ысынбарлыҡ. Уның уйын иҫбатла­ғандай тәҙрә аша өйҙәгеләрҙең талашыуы ҡолаҡҡа салынды. “Былар нү­жәли минең баллар”, – тип ирекһеҙҙән ыңғырашып ҡуйҙы Миҙхәт ҡарт.
Ул бераҙыраҡ шаңҡып ултырҙы шу­лай, шунан бер ҡарарға килеп, тупһаға күтәрелде.
– Ҡуй, балалар, бәхәсләшмәгеҙ, – ти­не ҡарт өйгә ингәс, тыныс булырға тырышып. 
– Мин мына уйланым-уйланым да, үҙемсә кәңәш бирергә булдым – тыңлаһағыҙ... Байлыҡ менән әллә ҡайҙа китеп булмай, бөгөн бар, иртәгә юҡ ул, һеҙ туғанлыҡты һаҡлағыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ... Ауыр саҡта туғанға һалынмай кемгә һа­лынаһың? Шуға, өйҙө һатһағыҙ – аҡсаһын тигеҙ бүлешегеҙ... Мин нимә... Мин ашнаҡта йәшәрмен... Шулай уңайлы ла булыр, ҡышын өйҙө йылытам тип нисаҡлы утын китә. Ул ашнаҡ ныҡ ул, әсәйегеҙ менән ошо өйҙө төҙөгәнсе тип ваҡытлыса шуны әтмәләп йәшәнек. Атай йортон мин ҡустыма ҡалдырғайным, электән өй атайҙан кинйәгә күскән, ул маладис булып сыҡты, нигеҙен һыуын­дыр­маны... Мәрхүм булғансы тәрбиәләп, дан итеп тотто, йәне йәннәттә булһын... Шул, күпмегә һата алаһығыҙ – һатығыҙ...
Бүлмә эсе тын ҡалды. Тәғзимә һылыу-ҡустыларына ноҡот уҡып әле генә ултырғысына ҡапланғайны, тер­һәге менән һалмыш ирен эләктереп йәнә тороп баҫты.
– Ата-а-ай, ниндәй ашнаҡ, ашнаҡты беҙ башҡа ҡаралтылар менән бергә һатабыҙ. 
Һине Рәсим городҡа апарам ти ҙә һуң? Шунда рәхәтләнеп йәшәрһең, бөтә уңайлыҡ – ванна, туалеты ти­гәндәй. Әллә Рәсим һиңә әйтмәнеме, бай ул беҙҙең кинйә, аҡсаны көрәп ала, Өфөлә уның шәп дворецы бар, – тип тәтелдәне Тәғзимә. Ҡалғандары уны баш ҡағып йөпләп ҡуйҙы.
Иртәгеһен балалары, бер-береһе менән һалҡын хушлашып, ашығыс таралышты. Өй хужаһы, аҙаҡҡы машина туҙан борҡотоп урам осонда юғалғас, бик оҙаҡ ҡапҡа төбөндә уйға батып торҙо.
... – Ҡайтманы Рәсим, Зәлифә. Һине ерләгәндән бирле онотто беҙҙе кин­йәбеҙ. Хат яҙып һалһа ла һуң... Нәсимә телефон әпиргән булды, хәҙерге техниканы, уны өйрәнеп ҡара, йә көсө бөтә, йә яңылыш баҫам. Хатҡа етмәй инде, еҫкәп ҡараһаң да... Бушҡа ара боҙҙо балларыбыҙ, әбекәй, өйҙө һата алманылар, мин дә шул көндән ишеген бикләп ошонда күсендем, йоҙағы тутыҡҡандыр ҙа инде. Кемгә хәжәте бар төпкөл ауылдағы өй, райцентрға яҡындағыларын алмайлар, газ, һыу үткәрелгән бит әле. Э-э-эй, уның хаҡы ла... – Миҙхәт ҡарт фото менән һөй­ләште. – Баллар гурытта йәшә тип саҡыра, унда мин нимә ҡарайым. Йәшәй алғансы йәшәнем инде, һинең яныңа барғансы ошо ашнағымда көн итермен әле. Һағындым һине...
 Ул ҡарашын альбомға күсереп оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы. Һаҡ ҡына һыпырҙы.
– Һау ғына булығыҙ инде, бала­ҡайларым... Э-э-эй, Тәғзимәмде, мынауында ҡалайтып торған була инде, айтай баҫҡан сағы, йығылмаһын тип әсәһенең ҡото осҡан. Беренсебеҙ, ғаилә йәме булып, беҙҙе ҡыуандырғаны-ы- ы. И-и-и, Кәрим улым, ыштанһыҙ себен эйәләтеп карауатта ятҡан була, малай тыуҙы тип ярты ауыл менән йыуғайныҡ, хәҙер ана ҡолғалай, ә терһәк буйылай ғына ине. У-у-й, карале, Нәсимә ҡыҙымды, өс йәшлек булды микән, турһайып иларға тора әллә, ҡуй инде, ҡыйырһытҡаннар балаҡайымды... Быныһы кем әле, атаҡ, ҡыҙым Ғәзимә лә баһа, хи-хи-хи, шуҡ булды бигерәк, буялып бөткән, шуға танырлыҡ та түгел. Мынауында кү­мәкләп төшкәннәр, Рәсим әрменән ҡайтҡас йыйналғайнылар, Зәлифәм­дең иң бәхетле көннәре. Йәһәннәмдә хеҙмәт итте төпсөгөбеҙ, Владивостокта, хәҙер әпәт ҡош осмаҫ яҡларҙа. Кәләш алып, туйын үткәрҙе лә, олаҡты һыуыҡ төньяҡҡа. Әсәһен ерләгәндән һуң онотто бәләкәсем мине, онотто... Тегеләре лә йылына бер генә күренеп китәләр.Ҡалайтаһың инде, бушҡа әйтмәгәннәр шәй, ата күңеле балала, бала күңеле далала, тип... Ярар ҡайт­маһалар ҡайтмаһыннар, иҫән-һау ғына йөрөһөннәр, ҡолонсаҡтарым, бәхетле булһыннар...
Миҙхәт бабай мышҡылдап, дым­ланған күҙҙәрен һөрткөләне. Ғаилә альбомын ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫҡан килеш ул шығырлатып ултырғыстан торҙо ла, шул килеш урындыҡҡа барып ятты. Тәне ауырайғандай булды ҡарт­тың, иртәнән һыҙлап йонсотҡан быуындары бер ни һиҙмәй ҡатып бар­ғандай. Һикһән биш уйын түгел инде ул, услап дарыу ашап көн итә, хө­күмәткә рәхмәт, пенсияны ваҡытында бирә ярай. “Үлеп барам инде әллә? Ваҡыт та еткәндер... Аллаға шөкөр, ошо йәшкә еттем, тыуған көндө үлеү – бәхеттер... Әбей ҙә көтә...” Миҙхәт ҡарт килеште хәле менән, аҙаҡтан аҙап­ланмаһындар, тип уйланы, альбомды мендәр аҫтына тыҡты ла, ҡулдарын күкрәгенә һалып турайып ятты. Рәхәт булып китте уға, күҙҙәрен йомоп онотолдо. Ана, дөм ҡараңғылыҡтан әбейе ҡулдарын һуҙып килә. Хәҙер ҡосаҡ­лашасаҡ улар. Теге донъяға күсте шулай итеп. Шул саҡ тышта тоноҡ ҡына машина геүләүе ишетелде. “ Үлмәгәнмен икән әле, Ғазраил маши­наһында яңы килде,” – тип уйлап ҡуйҙы ҡарт.
– Атай! Атай!
Шапылдап ҡапҡа ябылды, ҡатын-ҡыҙ һөйләшә, уға яуап итеп ир кеше һөрәнләне:
– Атай, атай, тим! Ишектә йоҙаҡсы, күптән асылмағанға оҡшаған.
Миҙхәт ҡарт ҡорт саҡҡандай ырғып торҙо.
– Ах! Рәсим, Рәсим улым! Ҡайт­тыңмы ни? Мин мында-а-а!
Ҡарт юлындағы ултырғыстарҙы түңкәреп ишеккә, ташланды. Ҡалғаны хыялындағыса, ишекте тибеп тигәндәй асҡан Миҙхәт бабай ҡаршыһында улы Рәсим пәйҙә булды.
– Атай! – Улының көслө ҡулдарында ҡарт һығылып төштө.
– Уй, ҡайным! – Килене ашығып ки­леп етте, сумкаһында ҡутарынды. – Хәҙер, хәҙер, миндә дарыу...
– Борсолма, килен, бөтәһе лә һәйбәт, мин ҡыуаныстан, башым әйләнеп китте. Әйҙә, әйҙәгеҙ ашнаҡҡа... Мына ҡыуаныс – улым ҡайтҡан!
 Рәсим атаһының ҡулынан һаҡ ҡына тотоп, өй яғына ымланы.
– Атай, өйөң бикле... Ташландыҡ һы­маҡ тәҙрәләре лә туҙанға батҡан...
– Әй, күптән бикле ул. – Миҙхәт ҡарт күҙҙәрен йәшерҙе. – Бер үҙемә ул өй нимәгә?
– Атай, беҙ йәйгелеккә һинең менән йәшәргә, тип ҡайттыҡ. Чукотканы бөтөнләйгә 
ҡалдырҙыҡ, йылыбыҙ тулды... 
– Туҡта, улым, әйҙә ширлеккә ул­тырайыҡ әле, - Өй хужаһы йәнләнеп китте. 
– Йәйгелеккә генә түгелдер, бәлки ғүмерлеккә, ә?
– Юҡ, ҡышҡа Өфөгә алып китәм һине, минең мына тигән өйөм бар, шунда йәшәрбеҙ.
– Юҡ, мин ауылдан бер ҡайҙа ла бармайым. – Атаһының кәйефе китте. – Ана, силсәүит мине ҡарарға сусработник тәғәйенләне, аллаға шөкөр, ҡыҙ кеше бик булдыҡлы, йыйнаштыра, дарыуын әпкилә, ашарға бешерә – миңә тағы ни кәрәк? Ә өйҙө ағай-апайҙарың, һатабыҙ, тигәйнеләр, миңә ашнаҡ та етә...
 Рәсим ҡысҡырып көлөп ебәрҙе, артынан килене лә ихлас ҡушылды.
– Хәҙер килеп етә ул “һатыу­сы­ла­рың”, атай. – Ауыҙ йырҙы улы, шунан етдиләнде.
– Бәхетһеҙлек бәхет килтерҙе, ти­гәндәй... Беҙ киленең менән туған­дарыбыҙҙың һәр береһендә ҡунаҡ булып йөрөп ҡайттыҡ. Иң оҙағы Тәғзимә апайымдарҙа тотҡарландыҡ, үҙгәргән апайым, туғандарым, тип өҙөлөп тора, ҡайтармай бер булды. Апайым бит саҡ ҡалған, атай, ярты йыл сир менән көрәшеп, көскә аяҡҡа баҫҡан. Телефон заманы, хәбәр итһә була бит, һөйләгәс, иҫтәр китте...
– Ке-е-ем?! Тәғзимәме?! Ни булған балаҡайыма? – Ҡарт ғафаланып аяғүрә баҫты. 
– Әйтәүер, ул да, кейәү ҙә өндәшмәй китте...
– Тыныслан, атай, ҡурҡынысы артта, ултыр әле, ултыр. Рак, тип диагноз ҡуйғастары, бармаған ере ҡал­маған, врачы ла, сихырсыһы ла, күрәҙәсеһе лә тигәндәй. Инде өмөтө өҙөлгәс, ҡаҡ һөйәк апайым ҡорбан салдырып, аят уҡытҡан. Ғүмере бар инде, хәйер өләшеп, мәсеткә йөрөй баш­лағас, күҙгә күренеп һауыҡҡан. Мөғжизә-ә-ә! Хә­ҙер бөтөнләйе дингә тартылған, өйөңдө һатыу тураһында һүҙ сыҡҡас, хаталаныуын, нәфсе урманында аҙа­шыуы менән аңлатты, хатта, кәрәгеңә тотонорһоң, тип миңә аҡса тәҡдим итте. Бөтәһе лә әйбәт, туғандар менән аңлаштыҡ шулай. Һатмайбыҙ өйҙө, атай, ҡышты ҡалала үткәрһәк, йәйен һинең менән ауылда йәшәргә уй­лай­быҙ. Мәңге туң яҡта эшләп йәшелгә төрөнгән ауылды һағындыҡ. Ярар, ул турала һөйләшербеҙ аҙаҡтан. Тыуған көнөң, юбилейың менән, атай!
Рәсим атаһын ҡосаҡлап алды. Миҙхәт бабай ҡулъяулығын алырға йәнә кеҫәһенә тығылды. 
– Юбилейың менән ҡотлайбыҙ, ҡай­ным! – Килене лә һыйынды.
Машина тормозының әсе сыйылдауынан урам яңғырап китте. Бер-бер артлы дүрт машина ҡапҡа төбөнә туҡтаны.
– Ана, минең туғандарым! – Рәсим һөрәнләп ебәрҙе. – Әйттем бит, атай, килеп тә еттеләр. Әйҙә, ҡаршы алайыҡ, өй йоҙағын да асайыҡ. 
Миҙхәт бабай, ҡапыл баҫҡан шат­лыҡтан иҫәңгерәп, атлай алмай торҙо.

Сабит ФАЗЛЫЕВ

Читайте нас: