“Тышҡы баҫымдың көсәйеүе шарттарында беҙ Президент етәкселегендә уғата етди янауҙарҙы еңеп сығыу, Рәсәй граждандарына, төбәктәренә, бизнесҡа булышлыҡ итеү буйынса тейешле сара күрергә тырыштыҡ”, – тине Мишустин.
Хөкүмәт етәксеһе билдәләүенсә, икенсе йыл рәттән беҙҙең иҡтисад уртаса донъя кимәленән юғарыраҡ темптар менән үҫә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса Рәсәй эске тулайым продукты (ВВП) тәүге тапҡыр 200 триллион һумды үтеп, 2020 йылдан һуң, ике тапҡырға тиерлек артҡан.
– Бындай уңыш – тәү сиратта, граждандарыбыҙҙың, предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтарының ҡаҙанышы. Һәм, әлбиттә, Президент йөкләмәләрен теүәл үтәүҙең һөҙөмтәһе.
Эшебеҙҙең төп инструменттарының береһе – милли проекттар. Быйыл 19 яңы милли проект раҫланды. Уларға максималь һөҙөмтә бирә алған иң мөһим саралар йөкмәтелде. Ғинуарҙан беҙ уларҙы бөтә ил буйынса ғәмәлгә ашыра башланыҡ. Уларҙың алтауһы әсәлеккә, балалыҡҡа ярҙам итеүгә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф системаларын камиллаштырыуға, уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға һәм, дөйөм алғанда, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, – тине Михаил Мишустин.
Башҡортостанда ла яңы милли проекттар буйынса эшләүгә ҙур иғтибар бүленә, бурысыбыҙ бер – халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү һәм иҡтисадты үҫтереү.
* * *
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа 2024 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһындағы отчет тәҡдим ителде. Премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, былтыр төп йүнәлештәрҙең береһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе үтәү, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү булған. Был маҡсатҡа 13 миллиард 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. БР Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 43 ярҙам сараһы эшләй.
Отчетҡа ярашлы, шул асыҡланды: былтыр һаулыҡ һаҡлау өлкәһен финанслау күләме 110 миллиард һум тәшкил иткән, ә мәғариф тармағын үҫтереүгә 118 миллиард һум аҡса бүленгән.
– Башҡортостан спорт төбәге тип аталыуға ла хоҡуҡлы. Былтыр тармаҡ бюджеты 10 миллиард һумға яҡынлайҙы. Республикала 141 спорт төрө таралған, 2,3 миллиондан ашыу кеше физик культура менән шөғөлләнә, – тине Андрей Назаров. – Мәҙәниәткә иһә тәүге тапҡыр рекордлы күләмдә аҡса йүнәлтелде – 16 миллиард һум самаһы. Был, 2023 йыл менән сағыштырғанда, 9,4 процентҡа күберәк.
Андрей Назаров төҙөкләндереү, торлаҡ төҙөлөшө, юл-транспорт логистикаһы тураһында ла ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Сәнәғәткә килгәндә, былтыр Башҡортостанда был тармаҡ үҫеше биш процент булған. Инвестиция йәһәтенән үҫеш күҙәтелә. БР Башлығы быйыл 800 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итеү маҡсатын ҡуйҙы.
Фото: Башинформ.