Бөтә яңылыҡтар
10

Вахтасы юлдашының аҡсаһын урлаған

ХМАО-ның транспорт полицияһы юлдашының  аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнгән  50 йәшлек Башҡортостан кешеһен  ҡулға алған.  

Вахтасы  юлдашының аҡсаһын урлаған
Вахтасы юлдашының аҡсаһын урлаған

 «Пыть-Ях» станцияһында полицияға Ырымбур өлкәһенең 31 йәшлек кешеһе – «Астрахань — Нижневартовск» поезы пассажиры мөрәжәғәт итә. Ул вахтаға барғанын һәм  поезд «Пыть-Ях» станцияһына килеп еткәс, вагонда документтар, банк карталары һәм 16 000 һум аҡсаһы ятҡан  барсетканы онотҡанын әйтә.

Тәртип һаҡсылары мәғлүмәтте Сургут линия бүлегендәге коллегаларына тапшыра. Улар  поезд туҡтаған ваҡытта вагонды ҡарай, башҡа пассажирҙарҙан һәм поезд бригадаһы хеҙмәткәрҙәренән һорау ала, әммә урында барсетка булмай сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсе менән күрше урындарҙа барған пассажирҙар исемлеген тикшерә һәм шик төшкән пассажирҙы  асыҡлай. Бур – Башҡортостанда йәшәүсе 50 йәшлек ир булып сыға. Оперативниктар видеокүҙәтеү камераларынан яҙмаларҙы ҡарап, ирҙең Сургут станцияһынан сығыуын беләләр.

  Шул уҡ көндө ғәйепләнеүсене Лянтор ҡалаһында эш урынында ҡулға алына һәм хәлде асыҡлау өсөн дежур часына  килтерелә. Ул үҙенең ғәйебен таный. Сургут вокзалында ир бәҙрәфкә инә һәм портмонены   сүп-сар һауытына ташлай, ә аҡсаны үҙенә ала. Шунан һуң ғәйепләнеүсе аҙыҡ-түлек һатып ала һәм эшкә тиклем такси саҡыра. Водителгә урланған аҡса менән түләй.

Бурҙан  ҡалған 12 мең һум аҡсаны  тартып алалар һәм законлы хужаһына кире ҡайтаралар. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: