Бөтә яңылыҡтар
10

"Дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға ҙур этәргес көс бирә"

Зөһрә Гордиенко: Дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға ҙур этәргес көс бирә

"Дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға ҙур этәргес көс бирә"
"Дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға ҙур этәргес көс бирә"

Хөкүмәттең 2024 йылғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны. Ошо уңайҙан БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко аңлатма бирҙе:

- Премьер-министр Андрей Назаров, туризм өлкәһендә эшҡыуарҙарға ярҙам итеү - айырым иғтибар үҙәгендә, тип билдәләне. Был ҡоро һүҙ түгел - төбәк етәкселеге тарафынан туризмды үҫтереү һәм яҡлау буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ярайһы уңыштарға өлгәшелде. Мәҫәлән, туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса 33 проект һәм 527 номерға иҫәпләнгән глэмпинг, кемпингтар булдырыу буйынса 45 проект гранттар менән тәьмин ителде. Ошо ярҙам нигеҙендә һуңғы дүрт йылда республикала глэмпингтар һаны 5-ҙән 120-гә тиклем артты, шуларҙың 101-е туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.

Яңы ҡунаҡханалар төҙөлә, шул иҫәптән, "Өфө" халыҡ-ара аэропорты биләмәһендә ҡунаҡхана төҙөлөшө тамамлана - ул быйыл йәй тәүге ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк. Был проект буйынса инвестициялар күләме яҡынса 1,5 миллиард һум тәшкил итә.

Туристарҙы ылыҡтырған яңы туристик мәҙәни-тарихи объекттар асыла. Улар араһында Торатау шиханы эргәһендәге этнокомплекс, "Янғантау" геопаркындағы "Салауат ере" тарихи-мемориаль комплексы, Шишмә районында "Тура-Хан" визит-үҙәге айырым иғтибарға лайыҡ. Бынан тыш тюбинг һәм тау саңғыһы трассалары, арҡан парктары, балалар өсөн әүҙем ял итеү комплекстары асылып, халыҡтың яратҡан ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урындарына әйләнде. 12 муниципалитетта 28 төҙөкләндерелгән пляж барлыҡҡа килде. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" тип аталған уникаль проектты дауам итәсәкбеҙ. Былтыр унда 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, төбәк ярҙамы күләме 70 миллион һумдан ашыу булды.

Премьер-министр Андрей Назаров һыҙыҡ өҫтөнә алғанса, быйыл яңы "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты сиктәрендә туристик инфраструктура һәм яңы йәлеп итеү нөктәләрен булдырыу буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Пландар һәм маҡсаттар күп, алда беҙҙе “Туризм академияһы" проектын тормошҡа ашырыу, "Янғантау" һәм "Торатау" геопарктарында яңы объекттар булдырыу, номерҙар фондын арттырыу, автомобиль туризмын үҫтереү, милли туристик маршрут булдырыу кеүек ҙур эштәр көтә.

Әйткәндәй

2025 йылда Башҡортостан туризмды үҫтереүгә 267,4 миллион һум күләмендә берҙәм субсидия алды, был былтырғыға ҡарағанда 100 миллионға күберәк.

Фото: https://biznestur.bashkortostan.ru/

"Дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға ҙур этәргес көс бирә"
"Дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға ҙур этәргес көс бирә"
"Дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға ҙур этәргес көс бирә"
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: