Дан орденының тулы кавалерҙары
П
Павленко Михаил (1910 – 1980)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Хәҙерге Ставрополье крайында тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов) дивизияһы 58-се һәм 62-се полктарының разведка взводы командиры. Гвардия старшинаһы.
3-сө дәрәжә Дан ордены менән 1944 йылдың 14 майында, 2-се дәрәжә менән шул уҡ йылдың 7 декабрендә, 1-се дәрәжә менән 1945 йылдың 31 майында наградлана.
Һуғыштан һуң Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ында йәшәй.
Паутов Валентин (1926 – 1986)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ярославль өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов) дивизияһының 32-се танк полкы разведчигы. Гвардия сержанты.
3-сө дәрәжә Дан орденына 1944 йылдың 4 авгусында, 2-се дәрәжәгә 1945 йылдың 25 мартында, 1-се дәрәжәгә 1946 йылдың 15 майында лайыҡ була.
Һуғыштан һуң Ленинградта (хәҙер – Санкт-Петербург) йәшәй.
Первин Степан (1924 – 1958)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уральск өлкәһендә (хәҙер – Сведловск өлкәһе) тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов) дивизияһы 58-се полкы ҡылыссылар отделениеһы командиры. Гвардия өлкән сержанты.
3-сө дәрәжә Дан ордены 1944 йылдың 10 февралендә, 2-се дәрәжә 1945 йылдың 8 апрелендә, 1-се дәрәжә 1945 йылдың 31 майында бирелә.
Һуғыштан һуң Свердловск өлкәһендә йәшәй.
С
Сергеев Андрей (1912 – 1999)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Курск губернаһында (хәҙер - өлкә) тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы разведчигы. Гвардия ҡыҙылармеецы.
3-сө дәрәжә Дан ордены менән 1944 йылдың 4 майында, 2-се дәрәжә менән 1944 йылдың 10 июлендә, 1-се дәрәжә менән 1945 йылдың 6 апрелендә бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Брянск ҡалаһында йәшәй.
Т
Тютюньков Меркурий (1913 – 1986)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Семипалатинск өлкәһендә (хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәһе) тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы сапёр-подрывниктар взводы сапёры. Гвардия кесе сержанты.
3-сө һәм 2-се дәрәжә Дан орденына 1944 йылдың 17 майында, 1-се дәрәжәгә 1946 йылдың 15 майында лайыҡ була.
Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй.
(Аҙағы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4, 7, 11, 14, 18, 21, 25, 28 апрелдә, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, А, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Б, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем В, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, Ғ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем К, Ҡ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Л, М, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Н, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем П, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Р, С, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Т, У, Ф, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Х, Ч, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Ш, Ә, Я)
Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.