Бөтә яңылыҡтар

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә И. Сталиндың бойороғо буйынса ойошторола. Уның командиры итеп тәжрибәле офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. Данлы ла шанлы ла хәрби юл үтә дивизия. Дивизияның 3860 һалдаты һәм офицеры орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм биш хәрби Дан орденының тулы кавалеры була. Һеҙҙең иғтибарға – батырҙарыбыҙ. Уларҙың исем-фамилияһын А-нан Я-ға тиклем теҙеп, иҫкә алабыҙ.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

Советтар Союзы Геройҙары

Р

Разволяев Иван (1915 – 1981)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ырымбур губернаһында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 2-се эскадроны командиры. 

Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Юғары офицер бронетанк мәктәбен тамамлай, майор званиеһында запасҡа сыға. Дондағы Ростовта йәшәй.

Рудой Анатолий (1912 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Курск губернаһында (хәҙер – өлкә) тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 4-се эскадроны командиры.  Гвардия өлкән лейтенанты.

Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.

Рәхмәтуллин Шамил (1920 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Томскиҙа тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 146-сы гвардия артиллерия-миномет полкы командиры.  Гвардия капитаны.

Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.

С

Свеженцев Илья (1910 – 1985)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Хәҙерге Курск өлкәһендә тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия старшинаһы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Донецк ҡалаһында йәшәй.

Симанов Александр (1918 – 1977)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Хәҙерге Пенза өлкәһендә тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының пулемет взводы командиры. 

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң, капитан званиеһында запаста була, Пензала йәшәй, дизель заводында эшләй.

Соловьев Гавриил (1913 – 1982)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Хәҙерге Иваново өлкәһендә тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 3-сө эскадронының 3-сө взводы командиры. Гвардия лейтенанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң, юғары офицерҙар мәктәбен тамамлап, запаста була, Мәскәүҙә йәшәй.

Степанов Никита (1913 – 1953)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Башҡортостандың хәҙерге Йәрмәкәй районында тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссылар взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайта, урман хужалығында эшләй.

(Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4, 7, 11 апрелдә,   Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, АБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, ББатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем ВБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, ҒБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д,  Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем К, Ҡ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Л, М, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Н, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем П)

Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас