Бөтә яңылыҡтар
10
Еңеүгә - 80 йыл
21 Март , 12:00

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә И. Сталиндың бойороғо буйынса ойошторола. Уның командиры итеп тәжрибәле офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. Данлы ла шанлы ла хәрби юл үтә дивизия. Дивизияның 3860 һалдаты һәм офицеры орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм биш хәрби дан орденының тулы кавалеры була. Һеҙҙең иғтибарға – батырҙарыбыҙ. Уларҙың исем-фамилияһын А-нан Я-ға тиклем теҙеп, иҫкә алабыҙ.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

Советтар Союзы Геройҙары

Б

Байрамов Мүлке (1909 – 1965)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Төркмән ССР-ында тыуған. 16-сы кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 2-се эскадроны командиры.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Мары ҡалаһында йәшәй, хужалыҡта эшләй.

Безуглов Григорий (1907 – 1987)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Харьков губернаһында тыуған. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия) 60-сы гвардия кавалерия полкы штабы начальнигы. Гвардия майоры.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғында, Куйбышев (хәҙер – Һамар) ҡалаһында эшләй.

Белов Григорий (1901 – 1994)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ульяновск өлкәһендә тыуған. 1943 йылдың 23 февралендә Миңлеғәле Шайморатов һәләк булғандан һуң, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия) командиры була, уны һуғыш бөткәнсе етәкләй.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. Отставкаға сыҡҡас, Мәскәүҙә йәшәй.

Биктимеров Сәлмән (1913 – 1971)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Көйөргәҙе районында (элек – Ырымбур губернаһы) тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссылар эскадроны бүлексәһе командиры. Өлкән сержант.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй, колхозда эшләй.

Бояркин Василий (1914 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ырымбур өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының пулемет расчеты командиры. Өлкән сержант.

Советтар Союзы Геройы исеме батырҙарса һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.

Булатов Хоҙат (1906 – 1982)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙендә (хәҙерге Әлшәй районы) тыуған. 16-сы гвардия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының танкка ҡарашы орудие командиры. Гвардия сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғында балыҡсылыҡ бригадаһын етәкләй, колхозда эшләй.

Буторин Виктор (1898 – 1974)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Семипалатинск ҡалаһында тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-се гвардия Чернигов) дивизияһының взвод командиры. Гвардия лейтенанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Киевта йәшәй.

(Дауамы. Башы 18 мартта: Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем)

Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: