Бөтә яңылыҡтар

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә И. Сталиндың бойороғо буйынса ойошторола. Уның командиры итеп тәжрибәле офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. Данлы ла шанлы ла хәрби юл үтә дивизия - 3860 һалдаты һәм офицеры орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм биш хәрби Дан орденының тулы кавалеры була. Һеҙҙең иғтибарға – батырҙарыбыҙ. Уларҙың исем-фамилияһын А-нан Я-ға тиклем теҙеп, иҫкә алабыҙ.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

Советтар Союзы Геройҙары

А

Азалов Ҡлычнияз (1921 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Төркөстан АССР-ында тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы. Гвардия ҡыҙылармеецы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Азовкин Юрий (1924 – 1993)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Рязань өлкәһендә тыуған. Совет армияһы полковнигы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се артиллерия-миномет полкының взвод командиры.

Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә. Һуғыштан һуң да хәрби хеҙмәтен дауам итә, Һамарҙа йәшәй.

Антошин Яков (1913 – 1993)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы пулеметсыһы, гвардия ҡыҙылармеецы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә. Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй, колхозда эшләй.

Арсенюк Александр (1910 – 1996)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинала тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы снайперы, гвардия ҡыҙылармеецы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә. Һуғыштан һуң Мәскәүҙә йәшәгән.

Атаев Анаклыч (1912 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Төркмән ССР-ында тыуған.

Көньяҡ-көнбайыш фронты 5-се танк армияһы, 8-се кавалерия корпусы 112-се ирекле башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы эскадрон командиры, лейтенант.

Советтар Союзы Геройы исеме 1943 йылда бирелә.

(Башы. Дауамы бар)

Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас