Советтар Союзы Геройҙары
К, Ҡ
Калинич Николай (1909 - 1996)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинаның Харьков өлкәһендә тыуған. 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй, электр-техник техникумында завхоз булып эшләй.
Карпов Михаил (1906 - 1976)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының пулемет расчеты командиры. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң СССР Эске эштәр министрлығының төрлө төбәк бүлектәрендә эшләй.
Кенжебаев Түле (1902 - 1988)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы. Гвардия сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған яғында колхозда эшләй.
Коржов Даниил (1902 - 1943)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинаның Харьков өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссыһы.
Советтар Союзы Геройы исеме, 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалғандан һуң, 1944 йылда бирелә.
Корсун Николай (1911 - 1998)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинаның Полтава өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының эскадрон командиры. Капитан.
Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй, заводта эшләй.
Красиков Александр (1907 - 1943)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Гомель өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының штаб начальнигы.
Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.
Күсимов Таһир (1909 - 1986)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында (хәҙер – Әбйәлил районы) тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 1-се (275-се) полкы командиры. Генерал-майор.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң хәрби академияларҙа уҡый, уларҙы алтын миҙалға тамамлай, хәрби эшмәкәрлек алып бара, Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары, РСФСР, Төркмән ССР-ы, БАССР Юғары советтары депутаты була.
Ҡужаҡов Морат (1904 - 1986)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙер – Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған. 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының отделение командиры. гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған яғында колхозда яуаплы вазифалар башҡара.
(Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, А, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Б, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем В, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, Ғ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д)
Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.