Бөтә яңылыҡтар
10
Еңеүгә - 80 йыл
28 Март , 12:00

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә И. Сталиндың бойороғо буйынса ойошторола. Уның командиры итеп тәжрибәле офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. Данлы ла шанлы ла хәрби юл үтә дивизия. Дивизияның 3860 һалдаты һәм офицеры орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм биш хәрби дан орденының тулы кавалеры була. Һеҙҙең иғтибарға – батырҙарыбыҙ. Уларҙың исем-фамилияһын А-нан Я-ға тиклем теҙеп, иҫкә алабыҙ.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

Советтар Союзы Геройҙары

Г, Ғ

Галкин Владимир (1908 – 1944)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 32-се танк полкы командиры. Гвардия полковнигы. 

Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1945 йылда бирелә.

Гречушкин Дмитрий (1921 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ырымбур өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) дивизияһының 60-сы гавардия кавалерия полкы 4-се эскадроны танкка ҡаршы взводы командиры. Гвардия лейтенанты.

Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.

Грицынин Константин (1905 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ҡаҙағстанда тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы элемтә взводы телефонисы. Гвардия ефрейторы.

Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.

Ғиззәтуллин Абдулла (1904 1945)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Шишмә районында (элекке Өфө өйәҙе) тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы отделение командиры. Гвардия сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда (батыр үҙенең Герой исемен алғанын белмәйенсә һәләк була) бирелә.

Ғәбдрәшитов Фәзулла (1903 – 1975)

 

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Туймазы районында (элекке Бәләбәй өйәҙе) тыуған. 112-се башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) дивизияһының станоклы пулемет тоҫҡаусыһы. Гвардия рядовойы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Бүздәк районында йәшәй, райпотребсоюзда эшләй.

Ғәтиәтуллин Шәкир (1916 – 1972)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Бәләбәй өйәҙендә (хәҙер Октябрьский ҡалаһына ҡарай) тыуған. 112-се башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғында “Туймазыбурнефть” предприятиеһында эшләй.

(Дауамы. Башы 18, 21, 24 мартта. Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, АБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Б, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем В)

Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: