Бөтә яңылыҡтар
10
Еңеүгә - 80 йыл
24 Март , 12:00

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә И. Сталиндың бойороғо буйынса ойошторола. Уның командиры итеп тәжрибәле офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. Данлы ла шанлы ла хәрби юл үтә дивизия. Дивизияның 3860 һалдаты һәм офицеры орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм биш хәрби дан орденының тулы кавалеры була. Һеҙҙең иғтибарға – батырҙарыбыҙ. Уларҙың исем-фамилияһын А-нан Я-ға тиклем теҙеп, иҫкә алабыҙ.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

Советтар Союзы Геройҙары

В

Васильев Михаил (1922 – 1998)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Липецк өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының гвардия миномет полкы орудие командиры. Гвардия старшинаһы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Мәскәүҙә йәшәй.

Велисов Григорий (1906 – 1945)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ҡурған өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының орудиеһы командиры. Гвардия старшинаһы.

Советтар Союзы Геройы исеме батырҙарса һәләк булғандан һуң, 1945 йылда бирелә.

Вишневецкий Владимир (1900 – 1981)

Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинала тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы орудие командиры. Гвардия өлкән сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Чимкент өлкәһендә (хәҙерге Ҡаҙағстанда) совхозда эшләй.

Воронин Андрей (1900 – 1979)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ҡаҙағстанда тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының отделение командиры.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Алматыла йәшәй һәм эшләй.

(Дауамы. Башы 18, 21 мартта: Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, АБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Б)

Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: