Бөтә яңылыҡтар

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә И. Сталиндың бойороғо буйынса ойошторола. Уның командиры итеп тәжрибәле офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. Данлы ла шанлы ла хәрби юл үтә дивизия. Дивизияның 3860 һалдаты һәм офицеры орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм биш хәрби Дан орденының тулы кавалеры була. Һеҙҙең иғтибарға – батырҙарыбыҙ. Уларҙың исем-фамилияһын А-нан Я-ға тиклем теҙеп, иҫкә алабыҙ.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

Советтар Союзы Геройҙары

Н

Нагорный Михаил (1917 – 1972)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинаның Херсон өлкәһендә тыуған тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерияһы полкының ҡылыс взводлы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғында, аҙағыраҡ Запорожьела йәшәй.

Никифоров Алексей (1915 – 1977)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Өфө өйәҙендә (хәҙер – Ҡырмыҫҡалы районы) тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы сапер взводы бүлексәһе командиры. Гвардия өлкән сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Ялтала йәшәй.

Николаенко Иван (1921 – 1948)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинала тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы взводы командиры ярҙамсыһы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй.

Ниязмамедов Тачмамед (1914 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Төркмән ССР-ында тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 3-сө эскадроны пулемет взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.

Новосельцов Михаил (1900 – 1967)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Рязань өлкәһендә тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының пулемет расчеты командиры. Гвардия ефрейторы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Дүшәнбе ҡалаһында йәшәй, янғын һағында эшләй.

Нәбиев Вәли (1916 – 2000)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Үзбәкстанда тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия старшинаһы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Үзбәкстанда йәшәй, ауыл хужалығы тармағында яуаплы вазифала эшләй.

(Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4, 7 апрелдә  Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, АБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, ББатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем ВБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, ҒБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д,  Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем К, Ҡ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Л, М)

Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас