Советтар Союзы Геройҙары
Л
Лунин Яков (1899 – 1948)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Пермь губернаһының Ирбит өйәҙендә (хәҙер – Свердловск өлкәһе) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 56-сы кавалерия дивизияһының танкка ҡаршы мылтыҡ наводчигы. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң Ырымбурҙа йәшәй.
М
Манахов Евгений (1925 – 2007)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Пенза өлкәһендә тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 4-се эскадроны ҡылыс взводы командиры.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң сауҙа тармағында эшләй, сит илдәрҙә вәкил була, пенсияға сыҡҡансы "Союзпромэкспорт" Бөтә Союз берекмәһенең генераль директоры булып эшләй. Мәскәүҙә йәшәй.
Меньшиков Петр (1918 – 1970)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Омск өлкәһендә тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се кавалерия полкы взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң Ҡаҙағстанда йәшәй, механизатор булып эшләй.
Миңлеғолов Тәфтизан (1922 – 1943)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Бөрйән-Түңгәүер кантонының Күсей ауылында (хәҙер – Баймаҡ районы) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 62-се кавалерия полкы миномет расчеты командиры. Гвардия сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.
Михайлюк Емельян (1919 – 1945)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинаның Хмельницкий өлкәһендә тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы 1-се эскадроны командиры. Гвардия лейтенанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылдың мартында бирелә. Бер айҙан һуң батыр һәләк була.
Мөхәммәд-Мирзоев Һауажи (1910 – 1943)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Чечняла тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы кавалерия полкының 3-сө эскадронында взвод командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.
(Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4 апрелдә, (Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4 апрелдә. Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, А, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Б, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем В, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, Ғ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем К, Ҡ)
Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.