Советтар Союзы Геройҙары
П
Панов Александр (1922 – 1992)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Еврей автономиялы округында тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы ҡылыссыһы. Гвардия рядовойы.
Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй.
Папышев Иван (1915 – 1999)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Тобол губернаһында (хәҙер – өлкә) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының разведвзвод командиры. Гвардия старшинаһы.
Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә. Берлиндан Мәскәүгә Еңеү байрағын алып ҡайтыусы расчет иҫәбендә була.
Һуғыштан һуң Мәскәүҙә йәшәй.
Платонов Георгий (1923 – 2022)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Һарытау өлкәһендә тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гавардия кавалерия полкының эскадрон командиры. Гвардия капитаны.
Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң, полковник дәрәжәһенә күтәрелә, тыуған яғында йәшәй.
Петлюк Иосиф (1897 – 1968)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ровен өлкәһендә тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкы эскадроны медицина хеҙмәте взводы саниструкторы. Гвардия старшинаһы.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң Мәскәүҙә йәшәй, Бауман исемендәге юғары техник училищеһында эшләй.
Подлузский Сергей (1919 – 1977)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Брянск өлкәһендә тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң Мәскәү өлкәһендә йәшәй, капитан була, “Шереметьево” аэропортында эшләй.
Попов Петр (1895 – 1956)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙендә (хәҙер Ырымбур өлкәһенә ҡарай) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы коннопосыльныйы. Гвардия старшинаһы.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң Төркмәнстанда йәшәй.
(Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4, 7, 11 апрелдә, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, А, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Б, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем В, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, Ғ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем К, Ҡ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Л, М, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Н)
Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.