Бөтә яңылыҡтар

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә И. Сталиндың бойороғо буйынса ойошторола. Уның командиры итеп тәжрибәле офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. Данлы ла шанлы ла хәрби юл үтә дивизия. Дивизияның 3860 һалдаты һәм офицеры орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм биш хәрби Дан орденының тулы кавалеры була. Һеҙҙең иғтибарға – батырҙарыбыҙ. Уларҙың исем-фамилияһын А-нан Я-ға тиклем теҙеп, иҫкә алабыҙ. Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһы Геройы ла бар.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем

Рәсәй Федерацияһы Геройы

Ш

Шайморатов Миңлеғәле (1899 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Биштәкә ауылында (хәҙер – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы) тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. 1942 йылдан – генерал-майор.

Ҡыҫҡаса хәрби биографияһы шулай:

1918 йылдан яу юлында була – Блюхерҙың партизандар отрядында, төркөстан фронтында, айырым башҡорт -татар кавалерия бригадаһында, Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, артабан Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.

Миңлеғәле Шайморатов 1924 – 1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙалға тамамлай. Унан һуң, 1940 йылдарға тиклем Төркиәлә, Ҡытайҙа хәрби атташе була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында үҙенең полкы менән яуға китә, унда генерал-майор Доваторҙың кавалерия төркөмөнә инә. Ошо уҡ йылда республика 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолғас, фронттан ҡайтып, уны ҡабул итә. Ошолай башлана кавалерия дивизияһының данлы яу юлы.

Башҡортостандың ҡаһарман улдарының береһе, гвардия генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә батырҙарса һәләк була.

Уға Герой исемен биреүҙе юллау – үҙе бер тарих... Ниһайәт, 2020 йылда, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тырышлығы менән, тарихи ваҡиға булды – Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы указы менән “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн” Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң “Рәсәй Федерацияһы Геройы” тигән юғары исем бирелде.

Легендар дивизияның тәүге командирының исеме Башҡортостанда бер ваҡытта ла онотолманы. Өфөлә һәм тыуған ауылында Шайморатов һәйкәлдәре ҡалҡты, ордены һәм миҙалы бар, РФ Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се махсус тәғәйенләнештәге отрядына Шайморатов исеме бирелде, мәктәптәрҙә “Шайморатов” кластары барлыҡҡа килде, МХО-ла Башҡортостандан Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары ла ҡатнаша.

Советтар Союзы Геройҙары

Ш

Шаһиев Абдулла (1907 — 1993)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ырымбур губернаһының Уральск ҡалаһында (хәҙер Ҡаҙағстанға ҡарай) тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы 1-се эскадроны бүлексәһе командиры. Гвардия кесе лейтенанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң Төркмән ССР-ына ҡайта. 1956 йылда эшләгән келәттә ревизия булып, шуның һөҙөмтәһендә язаға тарттырылып, 1959 йылда Советтар Союзы Геройы исеменән, наградаларынан мәхрүм ителә. Аҙаҡ РСФСР-ҙың төрлө төбәгендә йәшәй. 1992 йылда юғары званиеһы кире тергеҙелә, башҡа наградалары ла ҡайтарып бирелә. Ғүмеренең һуңында Башҡортостандың Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән.

Ә

Әминев Зөфәр (1916 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Бәләбәй өйәҙендә (хәҙер Башҡортостандың Туймазы районына ҡарай) тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 294-се кавалерия полкы 1-се эскадроны бүлексәһе командиры. Гвардия өлкән сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.

Әминов Халлаҡ (1915 – 1993

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Үзбәкстанда тыуған. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы отделениеһы командиры. Гвардия ҡыҙылармеецы.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй.

Әхмәров Ғәбит (1921 – 1996)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. БАССР-ҙың Федоровка районында тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы батарея взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй.

Әхмәтшин Ҡәйүм (1909 – 1943)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ырымбур гумернаһының Орск өйәҙендә () тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыс взвод командиры ярҙамсыһы. Гвардия старшинаһы.

Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.

Я

Яҡупов Николай (Кәлимулла) (1920 – 1999)

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Татарстанда тыуған.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының медицина пункты фельдшеры. 

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.

Һуғыштан һуң, медицина хеҙмәте подполковнигы булараҡ, запасҡа сыҡҡан, партия мәктәбен тамамлаған, тыуған яғында йәшәгән.

(Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4, 7, 11, 14, 18, 21, 25 апрелдә, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, АБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, ББатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем ВБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, ҒБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д,  Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем К, ҠБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Л, МБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем НБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем ПБатырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Р, С, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Т, У, Ф, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Х, Ч)

Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.

Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас