Советтар Союзы Геройҙары
Т
Титов Андрей (1905 – 1981)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Рәсәй империяһының Семиреченский өлкәһендә (хәҙер Ҡырғыҙстанға ҡарай) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының танкка ҡаршы мылтыҡ наводчигы. Гвардия ефрейторы.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған ауылына ҡайта, колхоз рәйесе булып эшләй.
Тихонов Григорий (1912 – 1944)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Рәсәй империяһының Кокшетау өйәҙендә (хәҙер Ҡаҙағстанға ҡарай) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы 3-сө ҡылыссылар эскадроны командиры. Гвардия лейтенанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә. Юғары звание алғандан һуң, бер ай үткәс, батырҙарса һәләк була.
У
Узаков Аблакул (1922 – 1955)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Үзбәкстанда тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы 1-се эскадроны бүлексәһе командиры. Гвардия сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайта, партия мәктәбен тамамлап, төрлө яуаплы эштә эшләй.
Ф
Федотов Петр (1922 – 1996)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Вешенский станицаһында (хәҙер Ростов өлкәһенә ҡарай) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының пулемет взводы командиры. Гвардия лейтенанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң, 1975 йылдан – запаста, Мәскәүҙә йәшәгән.
(Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4, 7, 11, 18 апрелдә, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, А, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Б, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем В, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, Ғ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем К, Ҡ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Л, М, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Н, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем П, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Р, С)
Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.