Советтар Союзы Геройҙары
Х
Халиҡов Тимербулат (1917 – 1958)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Кинйәбулат ауылында (хәҙер – Башҡортостандың Ишембай районында) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы пулетме расчеты командиры. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайта, төрлө ауыл хужалығын етәкләй, башҡа яуаплы вазифала эшләй.
Хәйбуллин Ҡотләхмәт (1921 – 1943)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. БАССР-ҙың Ейәнсура районында тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының танкка ҡаршы мылтыҡ бүлексәһе командиры. Гвардия сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1944 йылда бирелә.
Хәйҙәров Әмирйән (1911 – 1996)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Хәҙерге Тәтешле районында тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының гвардия кавалерия полкы пулемет взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә. Кавалерия училищеһында уҡый.
Һуғыштан һуң тыуған яғында йәшәй, төрлө яуаплы вазифала эшләй.
Хәсәнов Сафа (1916 – 1973)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ өйәҙендә (хәҙре – Стәрлебаш районы) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы миномет взводы командиры. Гвардия өлкән лейтенанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң, запаста була, тыуған яғында төрлө яуаплы вазифала эшләй.
Ч
Чайковский Иосиф (1923 – 1945)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Украинала тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкының батарея командиры. Гвардия капитаны.
Советтар Союзы Геройы исеме, һәләк булғандан һуң, 1945 йылда бирелә.
Черненко Николай (1924 – 2006)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Урал өлкәһендә (хәҙер Ҡаҙағстанға ҡарай) тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 2-се эскадроны пулемет расчеты командиры. Гвардия өлкән сержанты.
Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайта, партия өлкәһендә эшләй, һуңғараҡ Орск, Тольятти ҡалаларында йәшәй.
Чернухин Иван (1913 – 1984)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Белгород өлкәһендә тыуған.
112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия старшинаһы.
Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң тыуған яғында, Ворошиловградта йәшәй.
(Дауамы. Башы 18, 21, 24, 28, 31 мартта, 4, 7, 11, 18 апрелдә, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, А, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Б, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем В, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Г, Ғ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Д, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем К, Ҡ, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Л, М, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Н, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем П, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем Р, С, Батырҙарыбыҙ. А-нан Я-ға тиклем, Т, У, Ф)
Фото: 112 кд - Шаймуратовцы, rmbs-ufa.ru.