Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Аҙна бер аҙ ҡатмарлы башланыр. Эшегеҙҙә лә, өйҙә лә төрлө ҡаршылыҡ ҡәҙимгенән күберәк булыр. Шаршамбыла ниндәйҙер етди бәхәстә ләҡатнашырға тура килер, бәлки. Һеҙҙең фекерҙе иҫәпкә алмауҙары ла бар.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шишәмбелә эске тауышығыҙға тулыһынса ышанығыҙ. Ул дөрөҫ юлды күрһәтер. Кесе йома үтә яуаплы көн булыр һымаҡ. Бәләкәй генә күренгән хатағыҙҙың етди һөҙөмтәләргә китереүе ихтимал.
Балыҡ ( 2002 – 20.03)
Осор уҡып йөрөгәндәр һәм белемен арттырыусылар өсөн өмөтлө. Шаршамбыла күрһәткән әүҙемлегегеҙ тиҙ һәм бөтөнләй көтөлмәгән емеш бирер, моғайын. Ғөмүмән, аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Ҡайсаҡ бер аҙ борсолор өсөн сәбәп табылыр кеүек. Шулай ҙа әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар көтөлмәй. Бәғзеләр бик күптәнге танышлыҡты яңыртыр. Ике яҡ та осрашыуҙан ҡәнәғәт булыр.
Буға ( 21.04 –21.05)
Тыныс аҙнаға өмөт итмәгеҙ. Шишәмбе-шаршамбыла күп йүгерерһегеҙ. Күптән күрмәгән дуҫтарығыҙ менән осрашыу кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Йомала яңы эшкә ихлас тотонорһоғоҙ.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Көндәр һәйбәт килер. Бәғзеләр күптән хәленән килмәгән ниндәйҙер мәсьәләне йәтеш кенә сисер. Тик тейешле тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк булыр. Аҡса-милек менән генә һаҡ эш итергә ҡушыла.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ файҙаланырһығыҙ. Килеп сыҡмаған эштәрҙә һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ. Өй-йорт хәлдәрен дә күҙ уңында тоторһоғоҙ. Йомала бөтөнләй көтөлмәгән уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Кеше араһында һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булмаҡсы, фекерегеҙҙе иғтибар менән тыңларҙар. Күптәр был арала яуаплы ҡағыҙҙар менән эш итер. Башҡаларға артыҡ ышанмағыҙ, иғтибарлырлыҡ тураһында онотмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡәҙимге эштәрегеҙ ҙә күп көс-хәлегеҙҙе алыуы мөмкин. Артығына ынтылмағыҙ, сөнки шишәбенән һуң уйламаған ҡаршылыҡтар килеп сығыуы бар. Йондоҙҙар яҡындарығыҙҙың кәңәштәренә иғтибарлы булырға ҡуша.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Дүшәмбеләге мәшәҡәттәр ваҡытлыса ғына булыр. Яҡын арала мөмкинлектәрегеҙ күҙгә күренеп киңәйер. Бәғзеләр һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Кесе йомала ғаиләгеҙҙә ыңғай ваҡиға көтөлә.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Башҡалар менән бәхәстәр, ҡаршылыҡтар күбәйер, моғайын. Бәғзеләр бының сәбәбен аңлай алыр һәм артабан тормошоғоҙ рәтләнер. Кесе йома уйламағанса уңышлы үтер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна башында ниндәйҙер яңылыҡ ишетерһегеҙ. Уның ысынға тура килеүен башта тикшереүегеҙ хәйерле. Әйткәндәй, был арала ышанысһыҙ, ике йөҙлө кешеләр әүҙемлек күрһәтер. Иң яҡшы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе.
ӨМӨТБАЙ.