Илназдың яңы протездары барлыҡҡа килгән. Улар ярҙамында үҫмер мускулдарын күнектерәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы протездар алырға үҫмерҙең яҙмышына битараф булмаған кешеләр ярҙам итә: уҙған йылда аҡса йыйыу хаҡында иғлан бирелә, кәрәкле сумма 20 көн эсендә йыйыла. Үҫмерҙең ғаиләһе ярҙам итеүсе, битараф булмағандарҙың барыһына ла рәхмәттәрен еткерә.
– Бөгөн мин күптән көткән протездарымды алдым. Уларҙы һатып алыу өсөн кәрәкле сумманы йыйырға ярҙам иткәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Барығыҙҙы ла яратам, – ти үҫмер.
Илназ күңелһеҙ хәлгә Туймазы районының Балтай ауылында 2021 йылдың 7 июлендә тарый. Балалар футбол уйнағанда туп трансформатор эсенә эләгә. Илназ тупты алырға инә һәм уны ток һуға.