Ул организмға вазопрессин тигән гормон етмәүгә йәки бөйөр рецепторҙарының был гормонға һиҙгерлеген юғалтыуға бәйле барлыҡҡа килә. Был ауырыу ныҡ итеп һыуһау һәм күп итеп бәүел бүленеп сығыу менән ҡылыҡһырлана. Һөҙөмтәлә ауырыу күп шыйыҡлыҡ юғалта. Ошоға бәйле ҡан плазмаһында тоҙ күбәйә. Быны тойоп алған ҡан тамырҙары стенкаһындағы рецепторҙар баш мейеһенә сигнал ебәрә. Һөҙөмтәлә кеше ныҡ һыуһау тойғоһо кисереп, күп итеп һыу эсә башлай.
Сирҙең төп сәбәбе :
* Баш мейеһе йәрәхәте
Билдәләре
Шәкәрһеҙ диабет ғәҙәттә киҫкен рәүештә башлана. Ауырыу көнөнә 3 литрҙан 15 литрға тиклем һыу эсә башлай һәм шул тиклем үк бәүел бүлеп сығара. Күп һыу эсеүҙән эс ҙурая. Шул уҡ ваҡытта аппетит юғала һәм кәүҙә ауырлығы кәмей.
Ҡағиҙә булараҡ, ауырыу ныҡ хәлһеҙлеккә заралана. Ашҡаҙан һуты бүленеп сығыу кәмей, шунлыҡтан гастрит, колит, эс ҡатыу, үт ҡыуығы юлдарының ҡыҫылыуы күҙәтелә. Организмға һыу етмәүҙән йөрәк тибеше йышая, өшөтә, тир әҙерәк бүленеп сыға. Баш ауыртыу, йоҡоһоҙлоҡ, гипотония борсоуы ихтимал. Балалар айырыуса тынғыһыҙға әүерелә. Етерлек кимәлдә һыу эсмәгәндә һыуһыҙлыҡтан организм хәлһеҙләнә, баша ауырта, күңел болғана, температура күтәрелә һәм хатта көҙән йыйырыуы ихтимал.
Диагнозды асыҡлау
Шәкәрһеҙ диабетты асыҡлау әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Уны ныҡ һыуһатыу, тәүлегенә 3 литрға тиклем бәүел бүленеп сығыуҙан, ҡанда тоҙ кимәленең күп булыуынан һәм һейҙек анализдары буйынса асыҡлап була.
Ауырыуҙың сәбәбен асыҡлау өсөн рентген, психоневролог һәм офтальмолог тикшереүҙәренә ентекле анализ яһала. Шулай уҡ баш мейеһенә магнит-резонанс томографияһы эшләтергә кәрәк була.
Дауалау
Дауалауҙы эндокринолог тәғәйенләй. Иң беренсе сиратта уның сәбәбен бөтөрөргә кәрәк: үҙәк нервы системаһында яман шеш бар икән, уны алырға, бөйөр ауырыуҙарын һәм башҡа ялҡынһыныуҙарҙы дауаларға һ.б.
Организмға вазопрессин етмәй икән, гормондар менән дауалау тәғәйенләнә. Ғәҙәттә, танауға тамыҙыу өсөн адиуретин ҡулланыла. Танауға тамыҙғанда, тәүҙә 1 – 2 тамсынан башлайҙар, һуңынан, пациенттың хәленә ҡарап, уны арттырырға мөмкин.
Шәкәр диабетындағы кеүек үк шәкәрһеҙ диабетта ла диета ҙур роль уйнай. Иң беренсе сиратта аҡһымдарҙы һәм тоҙҙо сикләргә кәрәк. Ә углеводтар менән майҙарҙы көндәлек нормала ҡулланырға мөмкин, әммә артыҡ мауығырға ярамай.
Туҡланыу рационына күберәк йәшелсә-емеш, һуттар, һөт, һөт аҙыҡтары, һыуһынды ҡандырыу өсөн емеш эсемлектәре һәм компотты индерергә кәрәк.
Ауырыуҙы дауалап буламы?
Барыһы ла шәкәрһеҙ диабеттың нимәнән барлыҡҡа килеүенә һәм төп ауырыуға бәйле. Әгәр ҙә ул инфекциянан түгел икән, кеше тулыһынса һауығып китә.
Шулай уҡ яман шеше булғанда уға уңышлы операция яһау ҙа һауығыуға килтереүе бар. Туберкулез, сифилис йәки маляриянан барлыҡҡа килгән шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙың махсус дауалау курсынан һуң һауығыу осраҡтары билдәле.
Әммә йыш ҡына сир ғүмер буйы кешене оҙатып бара, тик гормондар терапияһы ярҙамында ғына кеше эшкә һәләтлелеген юғалтмай.
Тәҡдимдәр