Помидор үҫентеләре ныҡ булһын өсөн тәжрибәле баҡсасылар йод һәм водород перекисы ҡуллана. Эретмә яһау өсөн ике литр һыуға 2 – 3 ҡалаҡ был матдәне һалырға кәрәк. Ҡатнашманы яҡшылап болғатырға. Әлеге эретмәне помидор үҫентеләре төбөнә һиптергес менән һибергә. Водород перекисы үҫентеләргә ашламаны яҡшылап үҙләштерергә ярҙам итә, иммунитетын нығыта һәм үҫеүен яҡшырта. Йод менән эретмә яһау өсөн өс литрға 15 тамсы самаһы йод һалына. Уны бер аҙ үҫкән үрсетмәгә, тупраҡҡа сығарып ултыртыр алдынан бер тапҡыр һибергә кәрәк.
Помидор үҫентеһе 18 – 20 градус йылылыҡта, яҡты урында ғына яҡшы үҫә. Айырып ултыртыуға бер аҙна үткәс, беренсе ашламаны индерергә ярай. Иң яҡшыһы – ҡош тиҙәге һанала. Теләһә ҡайһы ашламаны үҫемлекте дымландырғас ҡына һибәләр. Юғиһә, ашлама тамырын яндырырға мөмкин. Үҫентенең аҫҡы япраҡтары һарғая башлаһа, азот етмәй тигән һүҙ. Япраҡтарҙың остары һарғайыуы – калий етмәү билдәһе. Үҫенте үҫеүҙән туҡтаһа, тимер етмәй, яҡтылыҡта үҫмәй. Асыҡ тупраҡҡа сығарғанда, помидор үрсетмәләрен сыныҡтырырға ла онотмағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.