Тәфтишселәр хәбәр итеүенсә, уҙған йылдың октябренән быйылғы йылдың ғинуарына тиклем 37 йәшлек әсә даими рәүештә спиртлы эсемлек ҡуллана һәм әсәлек бурыстарын үтәмәй.
Бынан тыш, ҡатын бөтәһенә лә сабыйҙан ҡотолорға, дөрөҫөрәге, бишенсе ҡаттың тәҙрәһенән ырғытырға йыйыныуын әйтә.
«Ҡатын сабыйы менән фатирҙа икәү генә ҡалғанда, әсә кеше мендәр ала һәм баланың йөҙөн ҡаплап, тонсоҡтороп үлтерергә маташа. Ошо мәлдә сабыйҙың өләсәһе ҡайтып инә, ул аңһыҙ ятҡан ейәнсәренә тәүге медицина ярҙамы күрһәтә", – тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә.