Бөтә яңылыҡтар
10

Йылыны ҡасан алалар?

Юҡ, әлегә ҡояшлы көндәргә тейеүсе юҡ. Һорау күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡты ҡасан һүндереүҙәре тураһында. Көн йылынды, ғәҙәттә, был ваҡытта торбаларҙан да эҫе нығыраҡ сыҡҡан һымаҡ. Күп кеше тәҙрәһен асып, тышты "йылыта".

Йылыны ҡасан алалар?
Йылыны ҡасан алалар?

Ҡағиҙә булараҡ, йылытыу миҙгеле көн торошона бәйле. Закон буйынса, әгәр ҙә уртаса температура биш көн рәттән +8 градустан төшмәһә, йылы биреүҙе туҡтаталар.

Был аҙнала Өфөлә, мәҫәлән, көндөҙ +12 градусҡа тиклем йылытасаҡ, төнөн +3 градус тирәһе буласаҡ. Артабан тағы ла йылыраҡ булыуы ихтимал. Әммә апрелдең икенсе декадаһына һыуытыуы көтөлә. Шулай булғас, йылылыҡты алмай торһондар инде.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: