Контроль тест ваҡытында уҡытыусы уҡыусыларҙан телефондарын тапшырыуҙы һорай. Балалар уларҙы һуңғы партанан беренсеһенә тапшыра башлай. Шул ваҡытта 15 йәшлек егет дуҫының смартфонынан, бер нисә секунд эсендә 112 номерына шылтыратып, мәктәпкә бомба һалыныуы хаҡында хәбәр итә.
Урынға
шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре эттәр менән килә, бер нәмә лә тапмайҙар. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таный һәм ғәфү үтенә. Хәҙер уға террор акты тураһында ялған хәбәр өсөн енәйәт эше асылған.
Сығанаҡ: Mash Batash