Бөтә яңылыҡтар
10

Заманса лаборатория асылды

Өфөлә "Агробиотехнологиялар" ғилми лабораторияһы эшләй башланы. Ул - Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм уҡыу йортоноң индустриаль партнеры булған "Рассвет" предприятиеһының уртаҡ проекты.

Заманса лаборатория асылды
Заманса лаборатория асылды
Ғилми-техник проекттарға булышлыҡ итеү, ғилми ойошмаларҙы матди-техник ҡорамалдар менән тәьмин итеү хәҙер "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Аграр тармаҡта юғары технологияларҙы үҙләштереү, әүҙем ҡулланыу генетика, селекция өлкәһендәге сит ил тауарҙарына ихтыяжды кәметә.
Яңы лаборатория Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусы базаһында эшләй. Уның хеҙмәткәрҙәре ҡаты бойҙай һәм борсаҡтың яңы төрҙәрен тиҙәйтелгән селекция ысулы ярҙамында алыу буйынса эш алып барасаҡ. Бының өсөн БДАУ-ҙа уйлап табылған "Фитотрон" климат камераһы ҡулланыла.
Фото: Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: