Башҡортостанда «Башҡорт йәшмәһе йорто» проектына старт бирелде. Ул Совет майҙанында, элекке контроль-иҫәп палатаһы бинаһында урынлаша,- тип белдерҙе Радий Хәбиров БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
— Йәшмә, башҡорттарҙың тарихы, мәҙәниәте менән бәйле яңы музей комплексы барлыҡҡа килә, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Тәүге матур проект ҡарарҙары бар. Башҡорт йәшмәһе йорто генерал Шайморатов һәйкәле урынлашҡан Совет майҙанында асыла.
Радий Хәбиров ошо арала бинаның милек хоҡуғына ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген әйтте.
Башҡортостанда 200-ләп урында төрлө төҫтәге йәшмә ятҡылығы бар.