Бөтә яңылыҡтар
10

«Ҡысҡырғым, үкһеп-үкһеп илағым килә!»

Әнүәр Нурғәлиев оло юғалтыуҙы ауыр кисереүен һөйләне.

«Ҡысҡырғым, үкһеп-үкһеп илағым килә!»
«Ҡысҡырғым, үкһеп-үкһеп илағым килә!»

Әнүәр Нурғәлиев ғәзизе, әсәһенең үлемен  әле лә ҡабул итә алмауын әйтә.

 Әммә яһалма зиһен ярҙамында  әсәһенең фотоһүрәтен терелтеп яһаған видео күңел яраларын тағы ла нығыраҡ әрнетеүен белдерә.

– Ҡысҡырғым, үкһеп-үкһеп илағым килә. Әсәйем менән ғүмеренең һуңғы көндәрендә төшкән фото йәнләнде. Эйе, был яһалма зиһен, ҡыҙғаныс, үлгәндәре шулай еңел генә ҡайтарып булмай шул. Бына беҙҙең әсәйем менән һуңғы бәхетле көндәребеҙ, һәм 5 апрелдә ул вафат булды. Барыһы ла кире ҡайтҡан кеүек. Әсәй етмәй… - тип  кисерештәре менән уртаҡлаша йырсы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның әсәһе 2020 йылда вафат була.Үлем сәбәбе – баш мейеһе ишемияһы. Шулай уҡ уға коронавирус диагнозы ҡуйыла. Йырсы, был сир таралғанда ерләү талаптарына бәйле, әсәһен ябыҡ табутты асмайынса һуңғы юлға оҙатыуын да әйтә.  Ул был мәлде, шулай уҡ хәйер-саҙаҡа бирмәүен, йола талап иткәнсә, ҡәбергә ер ташламауын ғәфү итә алмай.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: