Бөтә яңылыҡтар
10

Йылғалар ни хәлдә?

Хәйерле иртә, дуҫтар! Яҙғы ташҡынға бәйле яңылыҡтар менән бүлешәбеҙ.

Йылғалар ни хәлдә?
Йылғалар ни хәлдә?

Уҙған тәүлектә 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Ҡариҙел һәм Ауырғазы райондарында һыу баҫыу тураһында 2 хәбәр килә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты Өфө ҡалаһында, Архангел һәм Шишмә райондарында 6 хәлде контроль аҫтында тота.

Һыу кимәле ике йылғала байтаҡ артҡан:

- Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы янында Ҡариҙел йылғаһында тәүлек эсендә һыу 65 см артҡан, ағымдағы кимәле 347 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 760 см;

- Баҡалы районының Нуғайбәк ауылы янында Ыҡ йылғаһында тәүлек эсендә һыу 23 см артҡан, ағымдағы кимәле 381 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 410 см.

Һыу кимәленең кәмеүе түбәндәге йылғаларҙа күҙәтелә:
- Өфө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле 16 см кәмегән, ағымдағы кимәле 474 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 600 см;

- Бишбүләк районының Дүсән ауылы янында Дим йылғаһында һыу кимәле 17 см кәмегән, ағымдағы кимәле 159 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 590 см.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, һыу объекттарын мониторинглау дауам итә, кисә Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙҙо шартлатыу эштәре үткәрелгән. Йомағужа, Нөгөш һәм Павловка һыуһаҡлағыстары һыу тултырыу режимында эшләй. Ситуация контролдә тотола.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@goskomitet_rb_po_chs

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: