Бөтә яңылыҡтар
10

Талпандар әүҙемләшә башлаған

Быйыл яҙ иртәләне. Боҙ ҙа иртә ҡуҙғалды, айыуҙар ҙа ваҡытынан алда уянды,  талпандар ҙа әҙемләшә башлаған. 

Талпандар әүҙемләшә башлаған
Талпандар әүҙемләшә башлаған

     

  Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән   сәләмәтлек өсөн  ҡурҡыныс булған төрлө  сир эләктерергә мөмкин.  Уларҙың барыһы ла  ауырыу тарата, тип уйларға ярамай,   вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй.  Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай.  Быны санитар эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә  ҡаҙалған талпанды тартып сығарғас,  медицина лабораторияһына тапшырырға ҡушалар.

 Нимәһе менән хәүефле?

Төрлө сығанаҡ буйынса, талпан 60-ҡа яҡын ауырыу тарата.   Ҡанэскес ҡаҙалған осраҡта   энцефалит вирусы, талпан борреллиозы, эрлихиоз, листериоз, риккетсиоз, спирохетоз һәм башҡа инфекцион вирустар менән зарарлауы ихтимал.  

Иң ҡурҡынысы – талпан энцифалеты.  Ул  үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ауыр сир.  Эҙһеҙ генә үтеүе лә ихтимал, әммә  ҡайһы бер осраҡта   ҡулдарҙың, муйындарҙың мускулдарын фалиж һуғып, инвалидлыҡҡа килтерә. Иң хәүефлеһе – ауырыуҙың билдәләре талпан ҡаҙалғандан һуң бер-ике аҙна үтмәйенсә беленмәүе лә бар.

Талпан борреллиозы таяныу-хәрәкәт аппаратына, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына   йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә кешенең   оҙаҡ ваҡытҡа хәрәкәттән яҙыуы, хатта  инвалид  булып ҡалыу ҡурҡынысы бар.    

Энцефалиттың да, талпан боррелизионың  да тәүге билдәләре оҡшаш. Вирус кеше тәнендә 6 – 7 тәүлек йәшәй ала. Шунан кинәт   температура  күтәрелә, баш, муйын  ауырта, уҡшыта, ҡоҫтора  башлай,  хатта көҙән йыйыра.  Әгәр ҙә талпан ҡаҙалғандан һуң ошондай билдәләр күҙәтелһә,  тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.  Ни тиклем иртәрәк дөрөҫ диагноз ҡуйылып, дауалау тәғәйенләнә,  тулыһынса һауығыу ихтималлығы ла шул тиклем көсәйә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: