Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
24 Март , 13:17

Исемһеҙ гөл

(хикәйә)

– ...Белмәйем, бәлки, һин ысынлап та, күптәр һөйләгәнсә, шәп кешеһеңдер. Мин дә әле насар бер яғыңды ла күргәнем юҡ.
Тик ошондай ғына осрашыуҙарҙа кешене һынап бөтөп буламы ни? Һин дә әле минең кемлегемде белмәйһең. Кеше хәбәре ҡырҡҡа төрләнә инде ул. Уларына минең иҫем дә китмәй, ә бына һинең тормошҡа сәйерерәк ҡараштарың икеләндерә... Нишләп тыңла­майһың һин мине? 
– ...Ярһыу кәләп һалып бүлмәлә һеҙ 
Ҡырт һүҙҙәр аттығыҙ йөҙөмә... 
Һөйөклөм, һеҙ мине һөймәнегеҙ! 
Белмәнегеҙ...*
– Бына ошо инде һинең сәйерлегең – яҙмыштар хәл ителә, ә ул шиғыр уйлай...
– Һинеке – бәлки. Хәтерең насар, аҡыллым. Ҡасандан һиңә әйткәнем бар: минең яҙмыш күптән хәл ителгән инде, тик ул юлда яндарымда һинең булыу-булмауың ғына әлегә шик аҫтында... Һөйөклөм, һеҙ мине һөймәнегеҙ! Белмәнегеҙ...

* * *
Ул – сәскә. Юҡ, сәскә түгел – ағас. Ағас та түгел... Сәскә булһа, бер миҙгелдә күкрәп балҡып, үлтереп ғашиҡ итер ҙә һулыр, юҡҡа сығыр ине. Йондоҙ... тиһәң, тотоп наҙлап-иркәләп, уның наҙына үҙең дә башкөлләй сумып буламы ни? Күрәһең, ул гөлдөр – әсәйем яратып үҫтергән ҡына, яран, саған гөлдәре. Улар ҙа бит ҡартайып ҡороғансы йәшәй, йыл да сәскә ата. Ә сәскә атыуҙарын нимәгә тиңләргә? Ҡатын-ҡыҙ, моғайын, шул гөл затынан булғаны өсөн йылы йортҡа, яҡты ҡарашҡа, йән-тән аҙығына мохтаждыр ҙа инде. Ғүмер буйы донъяны биҙәргә, ара-тирә балҡып сәскә атып торорға, емеш бирергә...
Тфү, малай, эш тураһында уйламай, тағы фәлсәфәләп ултыраһың. Һиңә хәҙер кеше килә, аңлайһыңмы – мөһим мәсьәләне хәл итәһе кеше. Яландай кабинетың да, уның тәҙрәһен биҙәүсе һанһыҙ гөл дә, һин үҙең дә ҡыҙыҡ түгел уға – үҙенең аныҡ маҡсат-дәлилдәре бар.
Емеш бирергә... Әһә, ана шул емеш бирер алдынан сәскә ата ла инде ул... Бына был папка, ошо килешеү проекттары кәрәк... Һиңә емеш кәрәк, ә ул «сәскәгә тумалырға иртәрәк» тип һанағанға айырылыштығыҙ түгелме? Тап килешмәгән йәйҙәр, һе...
Алғы бүлмәләге кеше тауыштары Зиннурҙы һиҫкәндереп, ғәҙәти эшлекле хәленә ҡайтарҙы. Йәйелеп ултырған әйләнмәле креслоһынан ҡалҡынып, бер ҡулы менән галстугын рәтләне, икенсеһенә үрелеп ҡәләм алды, үҙе ишек янындағы кәштә эсендә торған көҙгөгә ҡараш һирпте. Тик семәрле еҙ ишек тотҡаһын борсоусы юҡ. Еңел-елпе йомоштор. Ярай, килмәһәләр, был килешеүҙең Зиннур өсөн әллә нимәһе юҡ, үҙҙәренә зыян. Тик нишләп тап бөгөн генә әллә ҡасанғы ваҡиғалар, юҡ-бар фәлсәфәләр ҡаңғырта әле ул? Зиннур бит уларҙы үтеп киткәс тә, юҡ, оноторға түгел – йәшлегенең иң илаһи миҙгелдәрен һис ҡасан да онота алмаҫын аңлай ине ул – ә көндәлек мәшәҡәттәр, яратҡан эшенең ығы-зығыһы артында ҡалдырып, яңы ваҡиғалар тәьҫораттары менән күмеп ҡуйырға ҡабаланғайны. Уның өсөн ниҙәрҙән ваз кисеүен, яңы һуҡмаҡтар эҙләүгә күпме көс китеүен үҙе генә белә.
Ҡап ышаныслы ине һымаҡ та, ҡабаттан морон төртөр ерлек тапҡандармы ни?
Ах, теге шиғыр! Шул, шул. Уҡытыусылары ла килешкән инде, тапҡандар баланан ниндәй шиғыр ятлатырға. Ә шиғырҙы ихтирам итә Зиннур. Яратҡан шағирының әҫәрен ҡыҙының ни тиклем тоҙһоҙ итеп, тырышып-тырмашып ятлап ултырыуын күргәс, түҙмәне, китабын тартып алды.
– Нишләйһең һин?
– Иртәгә һөйләргә...
– Шулай кеше шиғыр ятлаймы ни? Уның бит мәғәнәһенә төшөнөп, эсенә инеп, лирик геройҙың кисерештәрен үҙ күңелең аша үткәреп уҡырға кәрәк...
– Ә ул нисек була? Һөйлә әле, атай, – шунда ғына Зиннур үҙенең таяҡты бөгөбөрәк ебәргәнен, ҡыҙының әле ул һөйләгән нәмәләрҙә бер ни аңламауын тойоп алды. Тағы бер тапҡыр эстән генә йүнһеҙ уҡытыусыларҙы иң алама һүҙҙәр менән һүкте, ләкин һуң ине инде. Йыйынтыҡты алды ла әҫәрләнеп уҡырға кереште:
– Иҫләйһегеҙ, һеҙ барыһын иҫләйһегеҙ...*
Һөйләп бөткәс, ҡыҙының нәҡ үҙенекеләй бойоҡ һорғолт күҙҙәрен ҙур асып, ғәжәпләнеп ҡарап тороуын күрҙе лә, йылмайыу ишараһы сығарҙы.
– Нисек?
– Атай, һин бит китапҡа ҡарамай уҡының!
– Ана шулай ятлаһаң, һин дә ҡартайғансы онотмаҫһың, үәт.
– Тағы һөйлә әле, атай, һин бит күп беләһең...
Бәхеткә ҡаршы, тап шул саҡта телефон шылтыраны – эштә «ЧП». Һәм Зиннур бихисап мәшәҡәттәргә сумып китте, ул ваҡиғаны онотто. Онотҡайны һымаҡ...
«Наҙланма, Зиннур Маратович – ундай саҡтарың үткән. Бер туған бисәң дә иркәләмәй хәҙер үҙеңде, өйҙәштәр һымаҡ ҡына көн күреүегеҙ. Уның да, һинең дә – эш, эш, эш... Һәм – уртаҡ емешегеҙ – нисек тәрбиәләү буйынса гел генә бәхәстәр тыуҙырып тороусы берҙән-бер ҡыҙығыҙ. Ошо ғүмер һиңә нарыҡланған, иптәш Камалов...»
– Тегеләр килде, Зиннур Маратович.
– Кемдәр? – Секретары алдында аңра хәлендә ҡала яҙыуы өсөн үҙенә ҡарата иң әсе, яратҡан һүҙен ысҡындырҙы. – Инһендәр.
Тегеләр тигәне оҙон ғына буйлы, Зиннур йәшендәрәк бер генә кеше булып сыҡты. «Икәү тигәйнеләр, тимәк, береһе тышта ҡалған...» Тотанаҡлы ғына килеп күреште, күрһәткән урынға ултырҙы ла тышына нимәлер уйып яҙылған көрән күк папкаһын өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Күпме ишеткәнем бар һеҙҙең турала, тик үҙегеҙҙе тәүләп күреүем бына. Осрашыуға бик шатмын, Зиннур Маратович.
– Рәхмәт, мин дә һеҙҙең хаҡта күп ишетәм.
«Дежур һүҙҙәр. Кемде-кемде, мине бының менән генә йомшартып булмай. Ниндәй алсаҡ ҡыланһа ла, күҙҙәрендә тәрән һағыш. Тәбиғилекме, яңыраҡ кисергән ҡайғы эҙеме...»
– Ә һеҙ мине ҡайҙан беләһегеҙ? Мин бит бер ҡасан да зыялылар араһында һеҙҙең һымаҡ киң билдәле булманым. Ябай хеҙмәткәр.
– Нисек, һеҙ Заман Хәйруллович түгелме ни? Килешеү буйынса? Әйтәм бит, күп ишеттем, ә йөҙгә танымайым.
– Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирләп киткәйне. Мин – Мозафаровтың урынбаҫары, Морат Фазлыев тигән кеше булам.
– Ғәфү үтенәм. Хәҙер, бер минут.
Ул, тиҙ генә секретарға шылтыратып, сәй килтерергә, мәле етеп килгән бер нисә осрашыуҙың эшен үҙенә генә хәл итеп ебәрергә ҡушты. Үҙе секретарының: «Әһә, абруй арттыра», – тип серле генә йылмайып ҡуйыуын күргәндәй булды, күңелен кинәнес тойғоһо алманы, һиҙҙермәҫкә тырышып, әңгәмәләшен күҙәтте.
«Морат Фазлыев. Ҡайҙан белә уны Зиннур? Уҡыу, район, баш ҡала... Йәнә уҡыу, йәнә район... Баш ҡала... Туҡта, был бит...»
Зиннурҙың йөҙөндә ҡапыл сағылып киткән асыш балҡышын ҡунаҡ та шәйләне. Быны нимәгә юрарға белмәй, борсола биреп һорай ҡуйҙы.
– Килешеү шарттары менән танышһы­ғыҙҙыр?
«Тыныслан, тыныслан, тыныслан...»
– Барыһы ла килешелгән, ҡул ҡуяһы ғына.
– Һәм – эшкә! – Әңгәмәләше, ысынлап та, эшкә атлығып торғандай, юғары бер дәрт менән тубыҡтарына шап итеп һуғып алды, унан папкаһын асырға кереште.
«Ә күҙҙәре барыбер бойоҡ, һорашырғамы әллә? Бер тапҡыр лирикаға бирелеп алыу кемгә ҡамасаулай?.. Ситләтеп кенә, ҡа­тынығыҙҙы белә инем, тиһәм, нисек ҡарар икән? Бәлки, ҡайтҡас, минең хаҡта һөйләр...»
– Һеҙ минең һымаҡ ябай кеше икәнһегеҙ. Ләкин был папканың эшен беҙ эшләгән инде, хәҙер башҡалар тотонор. Тормош гел эштән генә тормай бит әле. Морат... Кем тинегеҙ әле атайығыҙҙы?
– Әлегә әйтмәгәйнем, Илшат улы мин. – Эшенең шундай еңел хәл ителеүенә ҡыуаныпмы икән, теге тағы ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. – Ә миңә, киреһенсә, һеҙҙе үтә ҡатмарлы кеше, тигәйнеләр. Шуға, ғәфү итегеҙ инде, бер Кавказ бүләге лә эләктергәйнем.
– Майларға инде, ә?
– Бындай эш менән тәүләп йөрөүем бит. Ни килеп сыҡмаҫ, тинем дә... Былай...
– Аҡланыу килешмәй. Хәҙер эште бөтөрәбеҙ ҙә, ошонда уҡ майларһығыҙ, Морат Илшатович. Ана, Фәрзәнәнең сәйе лә әҙер.
– Мөмкин булһа...

* * *
Тәҙрә төбөндәге гөл (хәйер, кабинетында ниндәй гөлдәр үҫеүен Зиннур үҙе лә белмәй),  бына-бына асылырға торған сәскә-күҙҙәрен үтеп барған йәйҙең ҡояшында оҙағыраҡ тотоп ҡалырға тырышҡандай, иң яҡтыға сығып ултырған. Был исемһеҙ гөлдөң төбөндәге тәмәке төпсөктәре, сәй төбө, башҡа төрлө ваҡ сүп-сары ла күренмәй.
Бының Фәрзәнә эше икәнен белһә лә, Зиннурға ниңәлер ул сәскә яҡтылыҡҡа үҙе ынтылғандай тойолдо. «Бүлмәнең ҡоро йылыһы ғына етмәй, сағыу, наҙлы нур ҙа кәрәк икән шул йән эйәһенә. Молодец, Фәрзәнә һылыу, йәш булһаң да, шуны тоя алғанһың...»
Секретарының кемлеген яҡшылап белмәй ҙә шикелле әле ул. Зиннур был кабинет ишеген хужаларса тәүләп асҡас, араларында иң тәүге һәм һуңғы оҙон әңгәмә булды ла, хәҙер бер-береһен бер нисә һүҙҙән генә аңларға өйрәнделәр. Ә шефының гөл яратыуы хаҡында ҡыҙ элек эшләгән еренән ишет­кәндер, йә ҡатыны уға ентекле тәфтиш үткәреп киткәндер.
«Хәс тә уның күҙҙәрендәй. Ә бит ул ниндәй генә гөлдәр үҫтермәй ине...» – Зиннур йәшел бөрө эсенән саҡ күренгән һыҙатҡа текләп ҡараны. Күптән инде күңеленә килеп тә урамаған, эшкә ҡағылмаған тойғолар тул­ҡыны баҫты уны һуңғы көндәрҙә. Шуларҙы көсләп ипкә килтерергә маташыуы. Сек­ретарының алғы бүлмәлә ҡапыл ихахайлап ебәреүе алыҫ үткәндәрҙәге ихлас-алсаҡ бер һылыуҙың көмөш тауышын хәтерләтә, өҫтәлендәге килешеү проекты – шул көмөш сыңды ишетеү өсөн төн йоҡоларын ҡал­дырмай сабыулауҙарҙы, хәҙер килеп – бынау моңһоу август ҡояшынан өлөш даулаусы тумаланырға етешкән яран...  Гүйә, бына ғына инде: зәңгәр сәскәле еңел күлдәкле ҡыҙ ултырғысҡа баҫҡан да гөлгә һыу һибәм тип үрелгән. Ә Зиннур, ул йығылмаһын өсөн, бер ҡулы менән һығылмалы биленән уратҡан, икенсеһе менән балтырҙарынан ҡосаҡлаған. Сарсап һыу таптырып ултырған, өс япраҡтан ғына ғибәрәт гөл ишараты шулай дүрт ҡулды үҙенә хеҙмәтсе яһаған. Тап шуның өсөн ике йөрәк үҙенә рәхмәт әйтеп бөтә алмағанлығын беләме икән ул ҡыяҡ?...
«Һин саҡырҙың да ул, Морат Илшатович. Эскән баштанмы, ҡатының менән араларығыҙ һалҡын икәнлеген дә йәшермәнең. Ҡа­тыныңдың – иҫке, үҙеңдең яңы дуҫың күреп саҡырҙың. Уның өсөн шундай етеш тормош ҡороп биреүеңә һоҡландырып, исмаһам, ихтирамын ҡабат яуларғамы иҫәбең? Күрәһең, мин һинең ҡатыныңды үҙеңә ҡарағанда нығыраҡ беләм... Белгәнмен булып сыға. Барһам, элеккеләрҙе дорфалыҡ сигенә бикләп, «һеҙ» мөғәмәләһендә ҡала алыр­быҙмы? Бармаһам, һин ҡайтып һөйләгәс, ул нишләр? Юҡ, бер ни ҙә эшләмәҫ. Яныр, көйөр, тик бер ни эшләмәҫ, баҙнаты етмәҫ.
Ә һинең үҙеңә ул алыҫ-алыҫ, инде ерләнде тип иҫәпләгән хистәреңде, ниндәй генә саф булмаһындар, кире тергеҙеү мотлаҡмы һуң, Зиннур?..»
Тағы шылтырау. Ҡыҫҡа, эшлекле әңгәмә. Еҙ тотҡа ла бөгөн бер нисә ҡул йылыһын татыны инде. Кем борсолоп, кем йылмайып инә. Телефон да берсә һағайып ҡына, берсә кинәнес менән сыңлай. Ләкин уларҙың береһе лә Зиннурҙың күңелендә ни барлығын белмәй. Ул – робот. Юҡ, робот булһа, бөтәһенең дә йөҙө бер төрлө – битараф булыр, бәлки, тик бығаса робот күрмәгән кешенең генә сырайында тере ҡыҙыҡһыныу ярылып ятыр ине. Әммә маҡсаттары бер: эләгергә, хәл итергә, сығыу яғын ҡарарға – һанһыҙ мәшәҡәткә оҙон йәйге көн дә етмәҫ... 
Еҙ тотҡа сираттағы мәртәбә өҫкә күтәрелгәс, йә телефон трубкаһы, яратҡан эшенән айырылғанға үпкәләгәндәй, «зың» тип уфтанып барып ятҡас, Зиннур башын ирекһеҙҙән тәҙрәгә бора – юҡ, барыбер исемен һорап ҡуймай булмаҫ был тынғыһыҙ гөлдөң...
«Һәүетемсә генә үтһенме ғүмер – бер минме ни шулай ялпылдаған?.. Ә ниңә – ҡабаттан осрашыу, хәҙер инде ауыҙлыҡҡа күнеккәс, инде ялҡытҡан ҡәҙимгелеккә яңы ғына һулыш өҫтәмәҫме? Бынау ҡына (яран йә сағанмы) гөл дә бит, ана, йылыға ғына түгел, яҡтыға ла мохтаж. Мәңге йәшел, мәңге төҫһөҙ мүк үләне түгел, һәр хәлдә...
Дә, Морат Илшатович, йылыға төргәнһең, тик, бына ошолай яҡтыға күсереп ултыртырға башыңмы, йөрәгеңме етмәгән гөлөңдө. Минең гөлөмдө... Нишләйһең, ҡасандыр ул үҙе ҡояш түгел, ә йылы мөһимерәк, тип иҫәп­ләй ине. Һәм шуны һайланы ла... Ә хәҙер – мин дә онотҡанмынмы ни был донъяла йөрәк нуры тигән нәмә лә барын? Быныһына ла бит, бына, ҡояшты Фәрзәнә бүләк итте. Тимәк, балҡыры алда...»
Офоҡто ялмап тоҡанған эңер ҡояш артынан эйәрә биреп барҙы ла, бер йондоҙ булып төйнәлде. Ҡояш, үҙенең бөтөнләй һүн­мәйәсәген белдереп, үҙе артынан тумалаҡ бөрөләрен тилмереп һоноп ҡалған гөлдө әүрәтер өсөн ҡалдырылғандай ине ул йондоҙ.
Тағы шылтырау. Был юлы уҫал зыңғырланы ул. Трубка ла, кем борсоғанын белгәнгә күрә, күңелһеҙ әңгәмәне тиҙерәк ослай һалып йоҡоға китер өсөн, сабырһыҙланып һике­рәңләне. Зиннур һүнгән тәмәке төпсөгөн гөл төбөнә тыҡты ла телефонға үрелде.
– Һаман эштәһеңме? Ҡайтаһыңмы бөгөн, юҡмы?!
– Ултырам әле...
1996 йыл.
*С. Есениндан (автор тәржемәһе).

Автор тураһында:
Дамир Шәрәфетдинов (Дамир Шәрәфи)
– башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар,  Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты. 
Ошо көндәрҙә әҙиптең баҡый донъяға күсеүенә биш йыл тулды. 

Читайте нас: