Бөтә яңылыҡтар
10

Ыҡ йылғаһы ташырға самалай!

Тәүлек эсендә Баҡалы районы Нуғайбәк ауылы янында Ыҡ йылғаһы 19 сантиметрға күтәрелеп, ағымдағы кимәле 400 сантиметрға еткән. Тағы ла 10 сантиметрға күтәрелһә, һыу ярҙарынан ташып сығасаҡ... 

Ыҡ йылғаһы ташырға самалай!
Ыҡ йылғаһы ташырға самалай!

Яҙғы ташҡынға бәйле яңылыҡтар менән бүлешәбеҙ.

Уҙған тәүлектә 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Өфө, Балтас һәм Ауырғазы райондарында һыу баҫыу тураһында 3 хәбәр килә.

Өфө ҡалаһы, Архангел һәм Шишмә райондарында 6 хәл контролдә ҡала.

Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң юғарыға күтәрелеүе түбәндәге йылғаларҙа билдәләнә:

- Баҡалы районының Нуғайбәк ауылы янында Ыҡ йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле үҫеше +19 см, ағымдағы кимәле 400 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 410 см;
- Нуриман районының Ҡыҙыл Тамағы ауылы янында Өфө йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +15 см, ағымдағы кимәле 362 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 760 см;
- Шишмә районының Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +12 см, ағымдағы кимәле 415 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 520 см;
- Өфө ҡалаһының Шаҡша районында Ҡариҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +11 сантиметр, ағымдағы кимәле 292 сантиметр, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 830 сантиметр.

Һыу кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә:

Ә Өфө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында һыу - 44 сантиметрға, Салауат районының Сулпан ауылы янында Йүрүҙән йылғаһында 9 сантиметрға  кәмегән.

Хәлде контролдә тотабыҙ, Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары тултырыу режимында эшләй, Павловка һыуһаҡлағысы - ағыҙыу режимында, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@goskomitet_rb_po_chs

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: