Бөтә яңылыҡтар
10

Гидротехник ҡоролмаларҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек

Республиканың һыуһаҡлағыстарында авария хәүефе юҡ. Павловка, Йомағужа, Нөгөш - барыһы ла үҙ бурысын атҡара. 

Гидротехник ҡоролмаларҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек
Гидротехник ҡоролмаларҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек
Башҡортостандың һыуһаҡлағыстарында "Экологик именлек" милли проектына ярашлы, һыу объекттарының торошон яҡшыртыу буйынса саралар уҙғарыла.
Әле һыуһаҡлағыстарға һыу тула. Көньяҡ зонала - Юшатыр, Көйөргәҙе, Урал зонаһында - Әүжән, Ҡағы, Үҙән, Тирлән һыуһаҡлағыстары тулған, һыуҙы ағыҙыу бара.
Көнбайыш зоналағы Шаран һыуһаҡлағысы ла тулған, һыу ағыҙыла. Туймазы, Йәрмәкәй, Ауырғазы, Дәүләкән, Аҡманай, Аҡкүл, Төньяҡ зонала Мәсетле, Балаҡатайҙағы һыуһаҡлағыстар ҙа контролдә. Республитаның көньяҡ-көнсығыш төбәгендәге ҙур техник һыу объекттары ла режимда эшләй. Белгестәр белдереүенсә, авария хәүефе юҡ.
Әйткәндәй, республикала 524 гидротехник быуа һәм һыуһаҡлағыс бар.
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: