Бөтә яңылыҡтар
10

Көн менән төн тигеҙләшә!

Яңы йыл менән, дуҫтар! Эйе-эйе, төрки халыҡтар Яңы йылды яҙғы көн менән төн тигеҙләшкәндә ҡаршылап, байрамды Наурыз - фарсынанан "Яңы көн" тип атап йөрөтә. Һеҙгә бәхет, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ һәм ырымдарға күҙ һалырға саҡырабыҙ! 

Көн менән төн тигеҙләшә!
Көн менән төн тигеҙләшә!

Ихатаны, йортто йыйыштырып ҡуйһағыҙ - йорт-ерегеҙгә ҡот килер! (Иҙәндәрҙе тоҙло һыу менән йыуыу насар энергетиканан ҡотолдора, тип кәңәш итә эзотериктар).

Уйҙарҙы ла тәртипкә килтерергә кәрәк - үҙегеҙгә, яҡындарығыҙға, бар ил-йортҡа иң изге теләктәр теләп йөрөгөҙ. 

Насар уйҙарҙы башығыҙҙан ҡыуығыҙ, күңелһеҙләнмәгеҙ, юғиһә киләһе айҙарҙы ла насар көйгә көйләрһегеҙ.

Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көндө яуыз эштәр ҡылыу ҡурҡыныс - яуызлыҡ бумеранг булып ҡайтырға һәм кешене йыл буйы эҙәрлекләргә мөмкин.

Яҡындарың менән ваҡыт үткәреү, мохтаждарға ярҙам итеү мөһим - изгелектәр артып әйләнеп ҡайта!

Ирешеү, талашыу - мөнәсәбәттәрҙә йәки эштә оҙайлы проблемалар менән янай. Бигерәк тә балаларҙы әрләй күрмәгеҙ - ҡара көстәрҙән йыуаныс эҙләүгә этәрерһегеҙ. Көнләшеп ҡуймағыҙ - был күп проблемаларға ишектәр аса. 

Ерҙән нимәлер алырға ярамай, сөнки сихыр эләгеүе мөмкин, ти әле ул эзотериктар.

Гөлдәрҙе күсереп ултыртмай тороғоҙ бөгөн - үҫемлектәр тамыр йәймәйәсәк тип иҫәпләнә.

Бөтә бурыстарҙы түләргә онотмағыҙ, юғиһә йыл буйына бурыстан ҡотола алмаҫһығыҙ.

Бәхетте өйгә килтереү өсөн, йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштарҙы ашатырға кәрәк. Бигерәк тә тәүге ҡарлуғасты күреү йәки уны ашатыу - бәхетле йылға, яҡшы уңышҡа, тип юрала.

20 Март төнөндә күргән төштәр юш килә, тип һанала, әммә улар өс йылдан һуң ғына тормошҡа аша.

Әйткәндәй, 20 мартта тыуғандар үҙенсәлекле һәләттәргә эйә. Әгәр улар үҙ һәләттәрен үҫтерә икән, үҙ тормошона ғына түгел, ә тирә-яҡтағыларҙың һәм ҡайһы берҙә бөтә донъяның яҙмышына йоғонто яһай ала.

Википедиянан белешмә

21 МАРТ - НАУРЫЗ БАЙРАМЫ

Наурыз – башҡорт һәм башҡа күп халыҡтарҙың яҙҙы ҡаршылау байрамы.

Борон йыл яҙ башынан башланған. Уны халыҡта буранай тип тә йөрөткәндәр. Наурыз халҡының иң изге байрамдарының береһе. Ул – яҙғыһын көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә. Наурыз һүҙе яңы йыл тигәнде аңлата. Халыҡ ҡышҡы һыуыҡтан имен-һау ҡотолоп, йәйләүгә сығыуына шатланып, байрам үткәрә. Был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыу­лыҡта ҡаршылау зарур.

Ғалимдарҙың фольклор экспедициялары мәлендә тупланған мәғлүмәтенән күренеүенсә, Наурузда мәҙәни һәм спорт саралары ла уҙғарылған. Ат бәйгеһе, көрәшселәр ярышы, ҡыҙ ҡыуыу менән бергә йырсылар, сәсәндәр, ҡурайсыларҙың көс һынашыуы, уйындар булған. Һыбай көйөнсә һарыҡ йәки кәзә тәкәһен ҡыуып тотоусыны аҙаҡтан башҡа егеттәр баҫтырып ярышҡан.

Хәҙерге заман күҙлегенән сығып ҡарағанда, боронғо башҡорттар йәшәгән төбәктең һалҡын климатында ыжғыр март бурандары ҡоторған, йәшел үлән сыҡмаған мәлдә күмәк кеше ҡатнашлығында ошондай сараларҙың үткәрелеүен беҙгә аңлауы ҡыйын. Бындай күңел асыу төрҙәре яҙ аҙағы һәм йәй башына хас. Тик, боронғо кешеләр уңайһыҙлыҡтар тураһында уйламаған, уйын-көлкө ҡар-боҙ өҫтөндә лә уҙғарылған.

Борон башҡорттар Наурузды нисек үткәргән?

Башҡорттарҙа Науруз йолалары үҙенсәлекле булған. Байрам яҙғы көн менән төн тиңләшкәндә башланған һәм 3-7 көн (икенсе сығанаҡтарҙа науруз айы аҙағына тиклем) дауам иткән.

Байрам алдынан бойҙай йәки арпаға һыу ҡойоп, уны йылыға ултыртып шыттырғандар. Науруз мәлендә байлыҡ һәм муллыҡ билдәһе булған бойҙайҙан ашамлыҡтар әҙерләгәндәр. Аҙаҡ шытымдар менән өйҙәгеләрҙе, күрше-күләнде, ҡунаҡтарҙы һыйлағандар. Бутҡа бешергән саҡта ошолайтып һамаҡлағандар:

Науруз йылға баш булыр,
Бойҙай ашҡа баш булыр,
Бойҙай уңһа, аш булыр,
Уңмаһа, таш аш булыр.

Байрам алдынан өйҙө йыуып-ҡырып тәртипкә килтергәндәр. Науруз иртәһендә балалар менән йәштәр, матур кейенеп, ҡарт-ҡоро һәм алыҫтан ҡайтыусылар йәшәгән йорттарға йөрөп, йыр-бейеүҙәр күрһәткән. Өлкәндәр уларға фатихаларын биргән, күстәнәс, сепрәк йәки тәңкә бүләк иткән. Балалар, егет-ҡыҙҙар Науруз теләге теләгән:

Ағиҙел буйы гел тирәк,
Япраҡтары һип-һирәк,
Тамаҡ ҡатҡан, май кәрәк –
Науруз мөбәрәге бар!
Науруз хаҡы – бер алтын,
Ҡарама ялтан-йолтан,
Ҡараһаң, бир ике алтын –
Науруз мөбәрәге бар!

Байрамдың төп этаптарын ҡарайыҡ:

- ата-бабалар ҡәберҙәренә барыу,

- йәштәрҙең, йорттар буйлап йөрөп, өлкәндәрҙән фатиха алыуы,

- шытҡан бойҙайҙан йола бутҡаһы, итле ашамлыҡтар әҙерләү,

- уҙған йыл ваҡиғаларын барлап, бәйеттәр башҡарыуы,

- Наурузбикәнең юрауҙары,

- ҡамыр һәм ит ризыҡтары менән һыйланыу.

Байрамда донъяға килгән балаларға Наурузбай йәки Наурузбикә тип исем ҡушҡандар. Ошоноң һөҙөмтәһе булып, беҙҙә нигеҙ һалыусыһының исемен йөрөткән Науруз ауылдары күп осрай.

Әйткәндәй, башҡорт Наурузында усаҡ яғыу юҡ. Йолаларҙа ләлә, рауза сәскәләре, ете ағастан ботаҡтар ҡулланылмай, сүмәләк ашамлығын әҙерләү серҙәре лә һаҡланмаған тип әйтергә була.

Науруз байрамы мәлендә бөтә кешеләр ҙә йомарт һәм киң күңеллелек күрһәтергә, мохтаждарға иғтибарлы булырға тейеш булған. Бының менән улар тәбиғәт көстәренән мәрхәмәт һораған. Науруз мәлендә туй уҙғарыусылар йәки ғаилә тантанаһы үткәреүселәр айырыуса бәхетле булған.

Фольклор сығанаҡтарында яҙылыуынса, көнсығыш славяндарҙың Масленица байрамы менән Наурузды бер йола – ҡарасҡы яндырыу оҡшаш иткән. Бөтә кире күренештәр, ауырыуҙар һәм бәлә-ҡазаның символы булған ҙур һынды һаламдан яһап, сепрәктәр менән биҙәп, изгелек теләп яндырғандар.

Илдәребеҙ имен торһон,
Өҫтәлдәребеҙ тулы һый булһын,
Ауырыу-зәхмәт урап үтһен,
Күңелдәребеҙ киң булһын,
Илебеҙ сәскә атһын!

Башҡорт википедияһы һәм башҡа сығанаҡтарҙан

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: