Бөтә яңылыҡтар
10

"Хәлдәр ябайҙан түгел..."

Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда ташҡынға бәйле белдереү яһаны.

"Хәлдәр ябайҙан түгел..."
"Хәлдәр ябайҙан түгел..."

- Быйылғы ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды, - тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә. - Һәм әлегә хәлдәр ябайҙан түгел. Ҡотҡарыусыларыбыҙҙың эше күп. Улар һыу баҫыу зонаһына эләккән халҡыбыҙға ярҙам итеүен дауам итә, 250-нән ашыу кешене эвакуациялай. Уларҙың фиҙакәрлеге һәм профессионализмы өсөн рәхмәт. Хәрби белгестәргә лә рәхмәт, улар ярҙамында 23 тапҡыр йылғаларыбыҙҙа шартлатыу эштәре башҡарылған. Кисә Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһында тығындар барлыҡҡа килде. Уны бөтөрөүгә өлгәшәләр, әммә хәҙер Затон күпере районында яңыһы барлыҡҡа килде. Уны юҡ итеү өсөн шартлатыу эштәре алып барасаҡбыҙ.

Үҙебеҙҙең яҡтан, етди эҙемтәләрҙе булдырмау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Әммә тәбиғәттең торошон алдан күҙаллап булмай. Республика халҡына мөрәжәғәт итәм - үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Әгәр һеҙгә ярҙам кәрәк булһа, 112-гә шылтыратығыҙ!

Фото һәм видео: https://vk.com/wall413272232_1399768

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: