Ольга Пономарёва Артур Матвеев менән биш йыл самаһы элек, улы менән Өфөлә йәшәгәндә, таныша. 2022 йылда уның бизнесы пандемия арҡаһында юҡҡа сыға, Артур ҡатынды Нефтекамаға йәшәргә саҡыра. Ольга ризалаша, улар осраша башлайҙар, шул уҡ ваҡытта ир Ольга менән бергә йәшәргә теләмәй һәм уға айырым фатир ҡуртымға ала. Ҡатындың туғандары әйтеүенсә, улар йыш ҡына ирешеп-талаша, хатта уртаҡ улдары тыуғас та, хәл яҡшырмай. Ольга Артурҙың ата-әсәһе хаҡында хәстәрлек күрә: оло йәштәге пенсионерҙар Нефтекамаға яҡын ауылда йәшәй һәм үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндерә алмай. Ольга Артурҙың ата-әсәһен ҡарарға ла, өйҙә лә бер нисек тә ярҙам итмәүенә зарлана. Ольганың ҡустыһы Эмиль Нефтекамаға командировкаға килә һәм апаһының тәне күгәргәнен күрә. Ҡатын тормошо ауыр булыуын таный. Артурҙан туҡмалып, ул бер нисә тапҡыр полицияға ғариза ла яҙа, әммә һуңынан уларҙы кире ала.
4 мартта Артур тағы ла ҡатынды кешелектән сығарғансы ныҡ иткәнсе туҡмай. Ольга өс тәүлек өйҙә сикһеҙ ыҙалар кисереп ята. Туғандары, тиран уға ашығыс ярҙам саҡырырға рөхсәт итмәгән, ти. Ярҙам, ниһайәт, килеп еткәс, инде бик һуң була: Ольгаға кисекмәҫтән операция яһайҙар, әммә ҡотҡара алмайҙар - бисараҡай комаға китеп, 10 көндән һуң йән бирә. Үлеме тураһындағы һығымтанан һуң был хәл менән тәфтишселәр ҡыҙыҡһына. Артурҙан һорау алалар: уның версияһы буйынса, "ҡатын эскән һәм үҙе йығылған, ә ярҙамдан баш тартҡан". Тикшереүселәр быға ышанмай һәм һаулыҡҡа аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү статьяһы буйынса енәйәт эше аса.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә урынына барып, ентекле тикшереү үткәрә һәм шаһиттар менән аралаша, кәрәкле экспертизалар үткәрә.
Бындай ҡурҡыныс хәлдәр республикабыҙҙа йыш ҡабатлана:
Мәҫәлән, 2021 йылда Стәрлебаш районында 46 йәшлек малсы үҙе менән бергә йәшәгән 33 йәшлек һауынсы ҡатынды кәтмән менән туҡмап үлтерә;
Нефтекамала 40 йәшлек ир ҡатынын туҡмап үлтерә;
Яңауыл районында 48 йәшлек ир граждан ҡатынын бысаҡ сәнсеп үлтерә;
Белорет ҡалаһында 32 йәшлек ҡатынды элекке ире бысаҡ сәнсеп үлтерә;
2022 йылда 36 йәшлек ир граждан ҡатынын туҡмап үлтерә;
Туймазыла 59 йәшлек ир ятаҡта 62 йәшлек ҡатынды үлтергәнсе туҡмай һ.б.
Фото: "BAZA"