Һалдаттарҙың ҙур терәге,
Полк имамы - Хәмзә хәҙрәт.
Дошмандарҙан илде һаҡлау
Изгеләрҙән - изге бурыс.
Һин уҡыған доғаларҙан
Арта бара ҡот һәм ырыҫ!
Һәр яугирҙең күңеленә
Көс, сәм бирә изге доға.
Рәхмәт һиңә, булмышыңдан
Һәр кешегә иман йоға!
Тыуған илдән һәм Ватандан
Ҡәҙерлерәк нимә бар һуң?
Намыҫыңа тап төшөрмәй
Йәшәйһең һин имам - ахун.
Мина, снаряд ярсыҡтары
Тирә - яҡҡа китһә сәсрәп.
Яраланған яугирҙәрҙе
Баҫып алһа һағыш, хәсрәт.
Доға уҡып, һәр һалдатҡа
Өмөт нурын сәс һин, хәҙрәт.
...Әйҙә, йөрәктәргә тулһын, -
Еңеү сәме, көс һәм ғәйрәт!
Рамай Ҡаһиров.