Бөтә яңылыҡтар
10

ШОК! Айыу кешегә һөжүм иткән!

Баймаҡтан 62 йәшлек ир тере ҡалған, әммә ауыр йәрәхәтләнгән: реанимацияла ята!

ШОК! Айыу кешегә һөжүм иткән!
ШОК! Айыу кешегә һөжүм иткән!

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә айыуҙың кешегә һөжүм итеүе тураһында яҙҙы.

Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү бүлегенә 62 йәшлек ирҙе ҡатыны килтерә.

Урманда айыу һөжүменә дусар булған ирҙе шунда уҡ табиптар ҡарай. Тикшереүҙә хирург, реаниматолог, невролог һәм окулист ҡатнаша. Шулай уҡ 21-се ҡала дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургы менән телемедицина консультацияһы үткәрелә. Ауыр хәлдәге пациентты реанимацияға һалалар. Уның тәнендә күп һанлы яралар, һөйәктәре һынған, травматик шок кисергән. Әлеге ваҡытта табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Пациентты Өфөгә күсереү мәсьәләһе уның торошоноң тотороҡлолоғона бәйле хәл ителәсәк.

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәре.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: