Бөтә яңылыҡтар
10

Бәй, Тайфур Курултаевич Аҙауҙа йөҙөп йөрөй!

Уй, йөҙмәй, йөрөп ята икән! Шулай итеп, ХЗ - "Халыҡ знает" партияһы лидеры Тайфун Ҡоролтай улы әлеге ваҡытта эш сәфәре менән Архангел районының Аҙау ауылында.

Бәй, Тайфур Курултаевич Аҙауҙа йөҙөп йөрөй!
Бәй, Тайфур Курултаевич Аҙауҙа йөҙөп йөрөй!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та Аҙау ауылында, эштәр барышын ҡарай.

Тораҡ пунктында ҡотҡарыу эштәре туҡтауһыҙ, тәүлек әйләнәһенә алып барыла.

Урында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы штабы урынлаштырылған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм район хакимиәте коллегалары менән берлектә махсус техника ярҙамында, йорттарҙан һыу һурҙыра башлар өсөн, түбән ятҡан урындарҙан һыу һурҙыралар. Йорттар буйлап йөрөүҙәр ойошторолған, юлдарҙы сүп-сарҙан таҙарталар. Халыҡҡа төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ҡоҙоҡтарҙан, зарарһыҙландырыу өсөн, һыу һурҙырыла, электр энергияһын тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыла. Һыуға анализ үткәрелә.

- Бынан тыш, беспилотниктар һәм вертолеттар менән хәлде даими күҙәтәбеҙ. Ситуацияны контролдә тотабыҙ, - тип белдерәләр ведомствола.

Фото: МЧС РБ.

Бәй, Тайфур Курултаевич Аҙауҙа йөҙөп йөрөй!
Бәй, Тайфур Курултаевич Аҙауҙа йөҙөп йөрөй!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: