“Һөт кухняһы”ныҡын ғына эсәм!”
- Улар иҫәбендә беҙ ҙә бар, – тип йылмая Бөрйән районынан күп балалы әсә Инзирә Ишморатова. - Һөт аҙыҡтарын игеҙәктәребеҙгә алдыҡ. Бик һәйбәт продукция, өҙлөкһөҙ килтерҙеләр, көтөп алдыҡ. Беҙгә ныҡ оҡшаны, иш янына ҡуш бит. Балалар бигерәк тә һөтөн ярата. Шайморат өләсәһенә ҡунаҡҡа барһа, мин “Һөт кухняһы”ныҡын ғына эсәм, һыйырҙыҡын эсмәйем, тип ебәрә торғайны. Һөтө тиҙ әсене, ләкин был уның сифатлы булыуын күрһәтә, тимәк, бер нимә лә ҡушылмаған. Йогуртын эсмәнеләр, шуға ла эремсеккә тотондоҡ, уны тәмләп ашанылар! Йогуртынан ҡоймаҡ та ҡойҙоҡ. Бер ҙә артыҡ булманы. Әле Нурзилә улына ала, беҙгә лә өлөш сығара.
Ә Учалылағы “Һөт кухняһы” янында осратҡан Рәмилә Ғәлимова, беҙ быйыл беренсегә ала башланыҡ, бөтә аҙыҡтары шул тиклем тәмле, балалар көтөп ултыралар, тип тәьҫораттары менән ихлас бүлеште:
- Былай ваҡытта ла һөт ризыҡтарынан өҙөлмәйбеҙ бит инде, әммә “Һөт кухняһы”ның ризыҡтарын бигерәк ныҡ яраталар. Өҫтәп тағы ла йогурттар, эремсек һатып алам һәр береһенә. Беҙгә таратыу пункты йырағыраҡ, бөгөн барып еткәнсе бәпәй уянды ла, илай башланы. Пунктта эшләгән апай үҙенең бүлмәһенә, имеҙеп йоҡлат, тип саҡырып индерҙе, шул арала икенсе улыма печенье менэн сәй эсерҙе. Бик яғымлы, һәйбәт, һәр ваҡыт йылмайып ҡаршы ала ул кешеләрҙе. Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ!
- Эйе, унда бик мөләйем, алсаҡ Лариса Ишмөхәмәтова эшләй, - тип йөпләне йәш әсәнең һүҙҙәрен Зилә Йомабаева. – “Һөт кухняһы”ның йогурты бик тәмле, телеңде йоторлок! Үткән йылдың июненән уны өлкәндәр өсөн етештереү башланғайны бит, хәҙер “Һөт кухняһы” продукцияһын теләгән һәр кемдең һатып алыу мөмкинлеге бар. Шуға беҙ ҙә алабыҙ. Бөтә магазиндарҙа ла һатыуҙа булһа ине. Ләкин бер генә ерҙә, гел унда барып етеп өлгөрөп булмай. Тәмле, сифатлы аҙыҡты тиҙ генә алып бөтәләр. Йогуртҡа талҡан ҡушып, йоҡо алдынан эсәм.
2024 йылдың авгусынан Учалылағы "Һөт кухняһы" таратыусыһы булып эшләгән Лариса Шакирйән ҡыҙы әйтеүенсә, продукция һәр ваҡыт даими һорау менән файҙалана, һатып алыусылар араһында оло йәштәгеләр ҙә күп. Улар сифатлы аҙыҡты алыр өсөн алыҫ урамдарҙан да килеп етә.
Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәгән Розалия Көмөшбаева ла “Һөт кухняһы”н маҡтай:
- Мин өсөнсө бәпәйемә алам, әле беҙгә 1,5 йәш булып бара. Продукция ныҡ оҡшай, йогурттары кефир кеүек тәбиғи, “ялт” итеп ҡала. Бутҡалары шулай уҡ оҡшай, бәпәй яратып ашай. Үҙәктән алыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, тик белешмә артынан белешмә талап ителә, шуларҙы юллап алыуы ғына бәлә. Бәпәйҙең бер йәшенә тиклем йыш оҙайтырға, күп йүгерергә тура килә. Нисек тә булһа, хөкүмәткә шундай ярҙам булдырыуҙарына рәхмәтлебеҙ, көтөп алабыҙ, ҡыуанып тотонабыҙ!
Һөттө юллауы ла еңел хәҙер
Бынан ары документтарҙы алыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ, барыһын да “Дәүләт хеҙмәттәре” йәки "Минең документтарым" күп функциялы үҙәге аша рәсмиләштерергә мөмкин: ағымдағы йылда документтарҙы электрон ҡабул итеүгә планлы күсеү тормошҡа ашырылды (ошо мәлгә улар аша 25 меңдән ашыу документ пакеты ҡабул ителгән).
- Был барыһы өсөн дә уңайлы буласаҡ, - тип шатланды баш ҡаланан күп балалы әсә Гөлназ Хужахмәтова. - “Һөт кухняһы” ризыҡтарын бушлай алыр өсөн йүгерекләргә тура килде, документ йыйыу мәшәҡәтле ине. Беҙ бушлай алғанда төҫлө йогурт сыға ғына башлағайны, уны тик һатып ҡына алырға мөмкин ине. Шулай булһа ла, тиҙ бөттө, алдан килеп, лавканы көтөп торһаң, өлгөрәһең. Хәҙер мәктәптә бушлай бирәләр, уҡыусы улым ала. Мәктәптән ҡайтып та етмәй ул, шундуҡ эсеп ҡуя. Синыфташтары менән бергә алалар, бик оҡшай, әҙ бирәләр, ти әле. Элек тә продукция тәмле ине, тәмләндерелмәгән йогурты ла, һөтө, кефиры, эремсеге лә. Алғас, тиҙ генә эсергә кәрәк, сөнки әсей. Консервант булмағанға, тип аңлата таратыусы ҡыҙҙар. Минең өс бала ла яратып ашаны, эсте. Кефиры тороп ҡалып, әсей башлаһа ла, тәмһеҙләнеп өлгөрмәй, ҡамырға, ҡоймаҡҡа бик һәйбәт ярап ҡалды. Автолавканан һөт аҙыҡтарын һатып алырға ла мөмкин, тик алдан заказ биреп ҡуйырға кәрәк, сөнки тиҙ бөтә.
- Беҙ икенсе йыл алабыҙ, - ти Дилә Әхмәтйәнова. - Һөтөн эсәбеҙ, йогуртын бәләкәй ҡыҙым эсә, эремсеген ашамайбыҙ. Әрәм булмаһын өсөн ата-әсәйемә бирәм. Улар ярата инде. Һөтө 3-4 көндән әсей. Юллауы ауыр булманы. Тәү тапҡыр барғанда МФЦ-ла бөтә аңлаттылар ниндәй документтар кәрәклеген. Шишәмбе, кесаҙна һайын алып киләләр, сәғәт 12-гә тиклем. Алып килеү менән чатҡа яҙалар, килде, тип. Хеҙмәтләндереүе лә бик яҡшы! Ҡыҫҡаһы, оҡшай!
Һөт продукцияһын бушлай алыусылар һаны тағы ла артты: Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаровтың белдереүенсә, быйыл, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында, уларҙың иҫәбенә МХО ветерандарын индергәндәр, был республикала тағы 1,5 мең кешене диетик туҡланыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
- Ошо арала минең кәләш ҡыуанып, беҙ бушлай һөт аҙыҡтарын ала башланыҡ, тип хәбәр итте, - тине ҡыҫҡа ғына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, яугир-йырсы Фларид Бирғәлин. - Алла бирһә, беҙ ҙә "Һөт кухняһы" ризыҡтарын тәмләрбеҙ, Еңеү менән ҡайтҡас!
Һөт аҙыҡтары һүҙ тейҙергеһеҙ!
Әммә төп ҡулланыусылар булып элеккесә балалар ҡала. Туҡланыу операторы “ОптТорг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең технологы Марина Коробкина, “Һөт кухняһы”ның йогурттары менән балалар баҡсаларын тәьмин итәбеҙ, тине:
- Менюға индерелгән йогурт СанПИН-дың бөтә талаптарына ла яуап бирә, балалар уны яратып ашай.
Республикала һөт кухнялары селтәрен булдырыу тураһында ҡарар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ҡабул ителгәйне. Ул ваҡытта бындай кухня Өфөлә генә эшләне, әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәжрибә бөтә республиканы үҙ эсенә алырлыҡ итеп киңәйтелде.
- Бөгөн БР "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһы - Рәсәйҙәге иң ҙур селтәрҙәрҙең береһе, сөнки ул бөтә республика халҡын үҙ эсенә ала, - тип һөйләй БР "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһының социаль ярҙам сараларын ойоштороу һәм тәғәйенләү бүлеге начальнигы Татьяна Балашова. - Уға Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан ете заманса етештереү майҙансығы һәм 131 таратыу пункты инә. Беҙҙең учреждениеның төп маҡсаты - медицина күрһәтмәләренә ярашлы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балаларҙы, етем һәм тәрбиәгә алынған балаларҙы, шулай уҡ йөклө һәм имеҙгән әсәләрҙе махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү.
Продукция тәбиғи, яһалма өҫтәмәләрһеҙ, Башҡортостандың фермер хужалыҡтары менән тәьмин ителгән нормалаштырылған һөт менән етештерелә. Ул "Хәләл" сертификатына эйә, ә сифаты тармаҡ конкурстары наградалары менән билдәләнгән. Мәҫәлән, 2024 йылда Башҡортостандан балалар өсөн әҙерләнгән эремсек "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" иҫәбенә инде, ә бер литрлы ПЭТ-бутылкала 3,2% майлылыҡтағы пастеризацияланған эсемлек һөтө "Беҙҙең бренд" конкурсында Гран-при яуланы. "Һөт кухняһы" 2023 йылда республика конкурсы йомғаҡтары буйынса продукцияның һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең юғары сифаты өсөн икенсе дәрәжә диплом алды.
Өлгәшелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалмаясаҡ республика. 17 мартта Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров республиканың "Һөт кухняһы"ның үҫешен билдәләне, әммә шул уҡ ваҡытта производствоны артабан үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Беҙҙең бурысыбыҙ - өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе теркәп ҡалмау, ә артабан хәрәкәт итеү. Ниндәй яңы объекттар төҙөйәсәгебеҙҙе, продукция ассортиментын нисек киңәйтәсәгебеҙҙе, сауҙа үҙәктәрендә нисә һатыу нөктәһе эшләйәсәгебеҙҙе һәм был ҡасан буласағын аңлау мөһим.
Тимәк, "Һөт кухняһы" тағы ла үҫеш аласаҡ.
Һандар һәм факттар
2024 йылда "Һөт кухняһы" 3,5 мең тонна һөт эшкәртә, 1,2 миллион самаһы балалар ризығы етештерә. 2024 йылда 27 904 льготалы категория гражданы, шул иҫәптән 26 678 аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм опека аҫтындағы балалар, 565 ауырлы ҡатын-ҡыҙ, 661 имеҙгән әсә, 1181 МХО-ла ҡатнашыусы ғаилә ағзаһы бушлай аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән. Программа эшләй башлағандан алып бушлай туҡланыу алған Башҡортостанда йәшәүселәрҙең дөйөм һаны быйыл 100 меңдән ашып китте.
"Һөт кухняһы" ассортиментында 32 ризыҡ: һөт, эремсек, сабыйҙар өсөн йогурт, балалар печеньеһы, ПЭТ-бутылкаларҙағы һөт һәм кефир, ҡаймаҡ һ.б. 2024 йылда дәүләт заданиеһы сиктәрендә генә 10 399 563 порция һөт ризығы етештерелгән.
Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәренән; “Һөт кухняһы” сайтынан.
Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн килгән Саха (Яҡут) республикаһынан ҡунаҡтар Стәрлетамаҡ бүлексәһендә.
Өфөлә "Үҙәк" сауҙа үҙәгендә яңы таратыу пункты асылды!