Валентина Косолапова - яугирҙар әсәһе. Уға ашығыс рәүештә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптарының консультацияһы кәрәк була, һәм әсә кеше ярҙам һорап Ағиҙел ҡалаһындағы соцкоординаторға мөрәжәғәт итә. Гөлназ Мәхмүтованың тырышлығы менән Валентина Косолапованы сираттан тыш офтальмологик ҡабул итеүгә саҡыралар, шунан һуң күҙенә лазер менән әмәлиәт яһайҙар. Операция уңышлы үтә.
«Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалына эшләй башлағандан алып, 100 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың 2 700-гә яҡыны – медицина ярҙамы алыу, 56-һы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса. 3 200-ҙән ашыу кеше шифахана-курорт дауалауын һорап мөрәжәғәт иткән. Психологик ярҙам 3 500 яугирға һәм уларҙың яҡындарына кәрәк була.
Фото: Защитники Отечества | Башкортостан